Геройҙар дәүере
21 Ноябрь 2022, 14:00

Яҡташыбыҙға - "Батырлыҡ өсөн" миҙалы

Был хаҡта Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов хәбәр итте.

Яҡташыбыҙға - "Батырлыҡ өсөн" миҙалыЯҡташыбыҙға - "Батырлыҡ өсөн" миҙалы
Яҡташыбыҙға - "Батырлыҡ өсөн" миҙалы

Донбасс һәм Луганск халҡын яҡлау буйынса махсус операция барышында ватандаштарыбыҙ ҙур батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәтә. Һалдаттарға һәм офицерҙарға милләтселәргә ҡаршы көрәштә хәрби рух, район һәм республика халҡының булышлығын тойоу ярҙам итә.

Бөгөн Ауырғазы һәм Ғафури райондарының хәрби комиссары махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙ, яугир Артур Д.-ны “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләне.

– Һәр геройҙың ҡаһарманлығы - әсәнең хәстәрлегенән, мөхәббәтенән һәм фиҙакәрлектән. Был юлы ла шулай. Әсә көнө алдынан ысын илһөйәр, Ватанға лайыҡлы ул тәрбиәләгән әсәһен дә улының наградаһы уңайынан ҡотланыҡ. Артурға һәм барлыҡ яугирҙәргә сәләмәтлек, уңыштар, еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, – тип яҙҙы Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: /vk.com/radiyhab.

Яҡташыбыҙға - "Батырлыҡ өсөн" миҙалы
Яҡташыбыҙға - "Батырлыҡ өсөн" миҙалы
Яҡташыбыҙға - "Батырлыҡ өсөн" миҙалы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас