Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Ноябрь 2022, 20:00

Үҙ автомобилендә туңып үлә яҙған...

Оло юлда башҡаларҙан ярҙам һорап ҡараған, әммә һөҙөмтә булмаған. Таңда иһә...

Үҙ автомобилендә туңып үлә яҙған...
Үҙ автомобилендә туңып үлә яҙған...

Силәбе өлкәһенән 25 йәшлек егет Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлында үҙ машинаһында туңа яҙған. Сәбәбе - автомобиленең яғыулығы бөткән. Ярҙам һорап башҡа юлсыларҙы туҡтатып ҡараған, әммә файҙаһыҙ булған.

Һөҙөмтәлә егет ҡышҡы юлда яңғыҙы ҡалған һәм төнө буйы һыуыҡ машинала ултырған. Таңға ҡулын да, аяғын да тоймаған. Ул көндә һауа температураһы –15 градустан түбән булған.

Егет һәләк булыр ине, әгәр уға ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре – полиция лейтенанты Радмир Хәмзин менән полицияның кесе лейтенанты Рәфис Дәүләтов ярҙамға килмәһә. Улар маршруттары буйлап патруллек иткән саҡта юл ситендәге туҡталҡала ҡарға күмелеп тиерлек ултырған “ВАЗ-2109” автомобиленә иғтибар итә. Машинаның тәҙрәләрен бәҫ ҡаплаған була, ә салонда кеше ултыра. Водитель, полиция хеҙмәткәрҙәрен күргәс, сығырға маташа, әммә туңғас, ауырлыҡ менән хәрәкәт итә.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәлдең етдилеген аңлап, зыян күреүсене патруль автомобиленә тиҙ генә ултыртып, Инйәр дауаханаһына алып бара. Табиптар белдереүенсә, ир ныҡ өшөгән. Әле уның ғүмеренә хәүеф янамай. ЮХХДИ инспекторҙарының ярҙам итеп өлгөрөүе һөҙөмтәһендә генә егет иҫән ҡалған. Водитель ҡотҡарыусыларына – полиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерә.         

Фото: @bash_gibdd.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: