Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Ноябрь 2022, 21:30

"Егеттәрҙең теләктәрен мотлаҡ үтәрбеҙ"

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондан өс хәрби махсус операция барышындағы ҡаһарманлыҡтары өсөн Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

"Егеттәрҙең теләктәрен мотлаҡ үтәрбеҙ"
"Егеттәрҙең теләктәрен мотлаҡ үтәрбеҙ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәргә ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика халҡына һәм предприятиеларға рәхмәт белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, М. Шайморатов һәм А. Доставалов исемендәге батальондарға ярҙам барып еткән.

20 ноябрҙә Башҡортостандан махсус хәрби операция барған биләмәгә Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ирекле батальондар хәрбиҙәре өсөн гуманитар конвой оҙатылды. Ылауға Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең Эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселек итте.

"Гуманитар конвой бик ҙур. Автоколонна составында 12 автомобиль барҙы - фуралар, оҙатыусы машиналар. Гуманитар йөк был юлы ғәҙәти түгел. Ҡышҡы кейем, коптерҙар, коллиматор прицелдары, төнөн күреү өсөн приборҙар, шулай уҡ солоҡ балы, ҡаҡ, ҡорот кеүек аҙыҡ-түлек, хатта гармун менән ҡурай ҙа булды, - ти Урал Килсенбаев. - Шуныһы мөһим – беҙ техника ла алып барҙыҡ, был йәһәттән Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары ярҙам итте. Алғы һыҙыҡта ҡаҙыу өсөн экскаватор, “Буханка”, “Фермер” тип аталған УАЗ автомобилдәре килтерҙек. Бынан тыш, хәрбиҙәр өсөн махсус әҙерләнгән бронялы “Урал”ды ла  “Шайморатовсылар”ға тапшырҙыҡ. Уны эштә һынап ҡарарҙар һәм үҙҙәренең фекерҙәрен әйтерҙәр".

Хәрбиҙәр яҡташтарын йылы ҡаршылаған. Үкенескә, республика вәкилдәре барлыҡ башҡорт яугирҙәре менән дә күрешә алмай, сөнки уларҙың күпселеге алғы һыҙыҡта.

"Беҙгә бер нисә хәрби менән һөйләшергә тура килде. Улар һәм командирҙары хәүефһеҙерәк биләмәгә йыйылды. Беҙ уларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исемле сәғәттәрен һәм бысаҡтарын бүләк иттек. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондан өс хәрби ир-егет махсус операция барышындағы ҡаһарманлыҡтары өсөн Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Шулай уҡ  туғандарынан һәм яҡындарынан шәхси посылкалар, сәләмдәр еткерҙек. Егеттәр үҙҙәренең теләктәрен дә әйтте. Беҙ уларҙы мотлаҡ үтәрбеҙ", – тине Урал Килсенбаев.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: