Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
28 Ноябрь 2022, 12:15

“Нисек ситтә ҡалаһың?Үҙемдең дә өс улым бар!”

Умартасылар быйылғы уңыштары менән ихлас уртаҡлашып, егеттәргә татлы күстәнәс ебәргән.

“Нисек ситтә ҡалаһың?Үҙемдең дә өс улым бар!”
“Нисек ситтә ҡалаһың?Үҙемдең дә өс улым бар!”

Республика халҡы хәрби хеҙмәткә киткән егеттәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Баҡалы районының Урманай ауылынан фермер Салауат Кашапов  100 килограмм сифатлы  тәбиғи бал ебәргән. Уның кейәүе хәрби хеҙмәткәр, ике тапҡыр Сирияла булған, әле лә командировкала. “Бөтә егеттәр өсөн дә борсолам, ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынып барам. Ҡулымдан килгән тиклем ярҙам итергә тырышам”, ти ул. Фермер үҙ аҡсаһына йылы одеялдар һәм эске кейем алған, яҡын арала берҙәм координацион үҙәккә тапшырырға йыйына. Фермер Баҡалылағы балалар приютына ла татлы күстәнәс килтергән, тип яҙа “Башинформ”.

Бишбүләк районының фермеры Флорит Исламов  иптәштәре менән бергәләп хәрбиҙәргә 210 килограмм бал ебәргән.”Бал ҡорттарын күңел өсөн тотам. Ҡайным умартасы ине, тәүге умарталарын миңә  90-сы йылдарҙа биргәйне”, ти ул. Фермер әйтеүенсә, умартасылар уңыштары менән бик ихлас уртаҡлашҡан, уға күстәнәсте йыйып,  ҡабул итеү пунктына илтергә  ҡалған. Флорит Ғәлиәкбәр улы хәрбиҙәргә тәүге тапҡыр ғына ярҙам итмәй, хәрби әҙерлек үткән яҡташтарына ла татлы күстәнәс ебәргән.

“Нисек ситтә ҡалаһың?Бөтә ил менән ҡуҙғалдылар. Мин бит фермер ғына түгел, “Россельхозцентр” етәксеһе лә.Бер хеҙмәткәремдең ире махсус хәрби операцияға  ирекмән булып китте, икенсеһенең – улы. Мин дә бик тулҡынланам, барыһы өсөн борсолам.Үҙемдең дә өс улым бар, уларҙы ла саҡырыуҙары мөмкин. Шуға күрә ярҙам итеү –минең күңел талабы ул”, – ти фермер.

Фото: шәхси архивтан.

 

 

“Нисек ситтә ҡалаһың?Үҙемдең дә өс улым бар!”
“Нисек ситтә ҡалаһың?Үҙемдең дә өс улым бар!”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: