Башҡорт яугирҙәре һәр ҡайҙа ла үҙҙәрен һынатмай. Ошо көндәрҙә йәнә бер яҡташыбыҙҙың махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы Рәсәйҙең иң юғары наградаһына лайыҡ булды.
А.Доставалов исемендәге Башҡорт батальонында, Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, махсус хәрби операцияны башҡарғанда күрһәткән батырлығы, тәүәккәллеге һәм ҡаһарманлығы өсөн идара бүлеге командиры урынбаҫары — 6-сы ротаның пулеметсыһы-операторы, кесе сержант Ҡорбанов Игорь Илдар улы Суворов миҙалы менән бүләкләнгән.
Әйткәндәй, Суворов миҙалы менән хәрбиҙәр тыуған илен һәм уның мәнфәғәттәрен һаҡлауҙа, хәрби хеҙмәттә һәм хәрби дежурҙа, уҡыуҙа һәм хәрби әҙерлек барышында, Рәсәй Федерацияһының сиктәрен һаҡлауҙа шәхси батырлыҡ һәм ҡыйылыу күрһәткән, шулай уҡ хәрби әҙерлек һәм ялан күнекмәләрендәге юғары күрһәткестәре өсөн бүләкләнә.
Фото: "Башинформ"