Бөгөн Өфөлә “Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы – заманыбыҙ йүнәлеше” VIII дөйөм Рәсәй юридик форумы сиктәрендә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм “Фронтҡа киткән яҡташтар” һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, “Рәсәй юристары ассоциацияһы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сергей Степашин, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй Юристар ассоциацияһының рәйестәше Павел Крашенинников, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Рәйесе Ирина Панькина, Рәсәй Юристар ассоциацияһы Идараһы рәйесе Владимир Груздев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы Рәйесе урынбаҫары Артур Шәйнуров ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса ҡуйылды. Сараны асыу тантанаһы 2022 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһы көнөндә уҙҙы. Легендар комдивҡа һәйкәлде конкурс һайлауы нигеҙендә республикабыҙҙа тыуып үҫкән скульптор Салауат Щербаков эшләгән. Постаменттың ян-яғында барельефтар ҡуйылған. Унда башҡорт халҡының героик тарихынан – “Урал батыр” эпосынан, халыҡ геройы Салауат Юлаевтың тормошонан, “төньяҡ амурҙары” ҡаһарманлыҡтарынан һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан сюжеттар һүрәтләнгән.
Туғыҙ фигуранан торған “Фронтҡа киткән яҡташтарға” һәйкәленең скульптура композицияһы 1941 йылда фронтҡа оҙатыуҙы һынландыра. Уны билдәле скульптор Вадим Кириллов етәкселегендә коллектив ижад иткән. Проект өҫтөндә эш ике йылдан ашыу дауам итте.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.