Хәйбулла районының депутаттар Советы рәйесе Тимур Рәмов Салауат Юлаев исемендәге батальонға яҙылған. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә белдерҙе.
"Бөгөн Тимур Дәүләткилде улы Салауат Юлаев исемендәге батальон сафында хәрби әҙерлек үтә. Беҙ яҡташыбыҙҙың ҡарары менән ғорурланабыҙ", – тип яҙған Рөстәм Шәрипов.
Тимур Рәмовҡа 1997 – 2016 йылдарҙа Хәйбулла районында эске эштәр органдарында эшләгән: патруль хеҙмәте милиционеры, ЮХХДИ инспекторы, эске эштәр органы штабы начальнигы, Эске эштәр министрлығы бүлегендә начальник урынбаҫары була. Быйыл ғинуарҙа район депутаттары Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Өйләнгән, ҡатыны менән өс бала тәрбиәләйҙәр.
Фото һәм сығанаҡ: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.