Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен атып үлтергән өсөн 24,5 йыл колонияла ултырыу язаһына хөкөм ителгән Рәмил Шәмсетдинов Украинала махсус операцияла ҡатнашыу маҡсатында «Вагнер» ЧВК-һына ҡушылыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта Baza телеграм-каналы яҙа.
Хөкөм ителеүсе, төрмәгә махсус операциялағы иң ҡыҙыу алыштар эсендә йөрөгән «Вагнер» ЧВК-һы вәкилдәре килеп киткәндән һуң, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерҙе, тип яҙылған. Баҫма билдәләүенсә, уны теләүселәр исемлегенә өҫтәгәндәр, ләкин «Вагнер» хеҙмәткәрҙәре икенсе тапҡыр колонияға килгәс, Шәмсетдиновтан баш тарталар. Сәбәбен, «халыҡ былай ҙа күп, һин әлегә кәрәкмәй», тип белдерәләр.
Шулай ҙа был колонияла ултырған башҡа күп кенә енәйәтселәр "ҡыҙыу нөктә"гә китә. Күрәһең, хәрби хеҙмәттә башҡарған енәйәте Рәмилгә йәнә ҡорал менән һалдаттар сафына баҫырға ҡамасаулай.
Фото: http://yamal-news.net/society/2021/01/21/71479.html