Белорет ҡалаһының ике эшҡыуары үҙ аҡсаһына махсус хәрби операциялағылар өсөн “УАЗ” автомобиле, бензин ярҙамында эшләгән ике генератор, ун радиостанция, алты мобиль буржуйка мейес, егерме йомшаҡ носилка алған.
"Гуманитар йөктәр, шулай уҡ автомобиль беҙҙең ғәскәрҙәр урынлашҡан ергә ебәрелде. Әйберҙәрҙең бер өлөшөн Салауат Юлаев исемендәге батальонға алып барҙыҡ.
Күптәрҙең махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүен күрәм. Бының өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм!" – тип яҙҙы Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.
Фото: vk.com/ivaniutaandrei.