10 декабрҙә ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы элекке һәм хәҙерге геройҙарға арналған флешмобта ҡатнашырға саҡыралар. Сара Совет майҙанында, легендар Миңлеғәли Шайморатов һәйкәле янында үтәсәк. Уны “Патриот” төбәк йәмәғәт хәрәкәте, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Грант фонды һәм башҡа ижтимағи-йәштәр, илһөйәрлек ойошмалар ярҙамында “Башҡортостан Республикаһының диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт берекмәһе ойоштора.
– Республикабыҙ халҡы һәр ваҡыт батырлығы, яу яландарында ҡаһарманлығы, фиҙакәр хеҙмәте менән дан тота. Башҡортостандан 299 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән, ә 38 яҡташыбыҙ Дан орденының тулы кавалеры булып тора. Был илһөйәрлек акцияһын үткәреү урынын һайлау өсөн йыйылыуыбыҙ юҡҡа түгел. 78 Советтар Союзы Геройы һәм биш Дан орденының тулы кавалеры - Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре.
Бөгөн тарихи үткәнебеҙҙе онотмау һәм ватандаштарыбыҙҙың батырлыҡтарына тейешле иғтибар һәм хөрмәт менән ҡарау үтә мөһим. Үткән заман геройҙары – Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары ирекмәндәре һәм Тыуған ил саҡырыуы буйынса уның мәнфәғәттәрен яҡлауға баҫҡан башҡа яҡташтарыбыҙ өсөн, һис шикһеҙ, айырым йүнәлеш һәм өлгө булып тора.
Иң тәү сиратта флешмобта беҙ йәш быуынды һәм йәштәрҙе көтәбеҙ, был мауыҡтырғыс һәм мәғлүмәт алыу сараһы ғына түгел, ә илһөйәрлек ҡарашыбыҙҙы күрһәтеү мөмкинлеге лә булыр, тип ышанабыҙ, – тине Башҡортостан Республикаһының диңгеҙ йыйылышы рәйесе Юлай Моратов.
Флешмобта Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осошҡа әҙерлек дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты (Өфө кадет корпусы) тәрбиәләнеүселәре, Рәсәй казак яугирҙәре союзы вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Улар Рәсәй Федерацияһы флагын йәйеп, илһөйәрлек йырҙарын башҡарасаҡ, элекке һәм хәҙерге геройҙарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтәсәк.
Сара Өфөнөң Совет майҙанында 14:00 сәғәттә башлана.
Фото: рәсми сығанаҡтарҙан.