Был аҙнала Алкин ҡасабаһындағы “Патриот” паркына республика мәктәптәренең Х класс егеттәре хәрби сборға йыйылды.
Йәкшәмбелә килеп урынлашҡандан һуң, дүшәмбе көнөнән улар парк ҡарамағындағы “Авангард” йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡытыу-методика үҙәгендә “Йәш яугир курсы” үтә башлай. Был – Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеү нигеҙҙәре менән танышыу. Егеттәр иртәнге 6.30 сәғәттә тора, унан - зарядка, иртәнге аш. Артабан – стройҙа йөрөү, дөйөм ғәскәр уставын өйрәнеү, тактик, физик, хәрби-медицина әҙерлеге. Яңыраҡ парашют-десант әҙерлеген дә өҫтәгәндәр.
Сара Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының планына, алдан билдәләнгән графигына ярашлы ойошторола. Билдәле булыуынса, йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән маҡсатлы башланғысты республика Башлығы Радий Хәбиров та даими иғтибар үҙәгендә тота, паркта һәм үҙәктә йыш булып, йәштәр менән алып барылған эштәрҙе күрә.
- Төрлө әҙерлек менән килгән үҫмерҙәр бар. Әлбиттә, тәүге бер-ике көндә ата-әсәһенән айырылыу, тулыһынса хәрби режимдағы тормошҡа күнегеү ҡайһы берәүҙәргә ауырыраҡ бирелә. Әммә биш көн дауамында улар бер взвод, коллектив булып йәшәргә, эш итергә, ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәнә, хәрби шарттарға яҡынлаштырылған тормошҡа яраҡлаша. Шәмбе көнө күптәре ҡайтҡыһы килмәүе, тағы килергә теләүе тураһында белдереп таралыша, - ти “Авангард” йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡытыу-методика үҙәге директоры Никита Андреевич Рекрут.
Әйткәндәй, үҫмерҙәр менән шөғөлләнгән инструкторҙарҙың барыһы ла тиерлек элекке хәрбиҙәр, йәғни әрме тормошоноң әсеһен-сөсөһөн үҙ иңендә татыған тәжрибәле белгестәр.
Был аҙнала торған сатнама һыуыҡтарға ҡарамай, егеттәр тырышып шөғөлләнә, ысын ир-егеттең бындай ғына һынауҙарға сыҙарға тейешлеген улар яҡшы аңлай.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.