Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөрө егете, гвардия майоры Борис Дудконы “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән наградланы. Был хаҡта “Башҡортостан батальоны” телеграм-каналы хәбәр итә.
76-сы гвардия десант-штурмлау дивизияһының 124-се айырым танк батальоны командиры урынбаҫары, гвардия майоры Борис Дудко етәкселегендәге танк ротаһы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк бөтә ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәй, батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.
Һуғыш барған тораҡ пункты эргәһендә Борис Дудко командованиеһындағы танк ротаһы дошмандың нығытылған биләмәһен алды, 20-гә яҡын танкты, 18-гә яҡын БМП-ны һәм 200-гә яҡын неонацисты юҡ итте. Майорҙың танк экипажы ете танкты һәм пехотаның ҙур өлөшөн юҡҡа сығарҙы. Ошо ваҡиға һөҙөмтәһендә яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы исеменә, ротаның шәхси составы "Ҡаһарманлыҡ" орденына тәҡдим ителде.
Геройҙы тәрбиәләгән 32 йәшлек егеттең атаһы Александр Иванович Дудко Эске эштәр министрлығы подполковнигы, органдарҙа 30 йыл хеҙмәт иткән.
Фото: kremlin.ru