Әлшәй районы умартасыһы Станислав Осипов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ылау әҙерләүгә үҙ өлөшөн индергән. Егет бер тонна башҡорт балын республика координация үҙәгенә килтереп биргән!
Станислав – умартасылар тоҡомонан. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Аксенов агро-сәнәғәт колледжына уҡырға инә һәм умартасы һөнәрен ала. Егет бәләкәйҙән был эш менән яҡшы таныш була. Олатаһы Валентин Милованов умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, ейәндәрендә лә егәрле бал ҡорттарын тәрбиәләүгә һөйөү уята алған.
– Бал – витаминдар, микроэлементтар хазинаһы. Ул көс-ҡеүәтте тиҙ тергеҙә, стресҡа ҡаршы яҡшы дауа. Башҡорт балы егеттәребеҙгә хеҙмәт ауырлыҡтарын еңеләйтергә, көс йыйырға ярҙам итер, тип уйлайым, – ти умартасы Станислав Осипов.
Фото: “Әлшәй хәбәрҙәре”гәзите.