Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
9 Декабрь 2022, 16:45

Бергә киттек, бергә ҡайтасаҡбыҙ!

Өлкән йәштәге яугирҙәр махсус хәрби операцияла үҙҙәрен нисек тоя?

Бергә киттек, бергә ҡайтасаҡбыҙ!
Бергә киттек, бергә ҡайтасаҡбыҙ!

Баҫмабыҙҙың алдағы һандарының береһендә Шайморатов батальоны составында махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән юлланған “Ирекмән” позывнойлы журналист коллегабыҙҙың яҙмаларын баҫтыра башлағайныҡ. Ул унда үҙенең хәрби бурыстарын да башҡара, журналист һөнәрен дә онотмай. Әле унан сираттағы яҙманы алдыҡ. Был юлы “Ирекмән” алғы һыҙаттағы өлкән йәштәге яугирҙәр тураһында һөйләй. Яҙманы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Беҙҙең хәрбиҙәр араһында бөтә фронт буйынса өлкән йәштәге кешеләр айырылып тора. Уйлап ҡараһаң, бабайҙарға алғы һыҙатта ни ҡалған? Башҡорт халыҡ мәҡәле әйтмешләй, йәш көсөнә таяна, ҡарт – аҡылына. Йәштәр ололарға ҡарағанда батырыраҡ та, көслөрәк тә, етеҙерәк тә, шуға күрә улар яу яланында күберәк уңышҡа өмөт итә, шул уҡ ваҡытта беҙҙең аҡылды ла файҙалана ала. Шул уҡ ваҡытта ҙур тәжрибәле һәм ярайһы уҡ өлкән йәштәге кешеләр махсус хәрби операция барған урында аҙ түгел. “Сиған” позывнойлы бер хәрбиҙе осратҡайным. Әллә ҡасан алтмышты үткән һаҡалтай ирҙең яҙҙан алып улдары ла, ейәндәре лә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Яҡындары өсөн хәүефләнгән ир өйҙә ҡала алмаған, йәйҙән алып тәьминәт батальонында хеҙмәт итә. Ул һалдаттарҙы йыуындырыуҙы ойоштора, алғы линия буйлап автомунсаны йөрөтә һәм үҙенең туғандарын осратырмын тип өмөтләнә.

50 йәште үткән хәрбиҙәрҙе шулай уҡ Шайморатов батальонының һәр ротаһында осратырға була. Илебеҙ Президенты махсус хәрби операция зонаһынан 50 йәше тулғандарҙың барыһын да ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул итеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың күптәре армиянан китеү тураһында рапорт яҙырға ашыҡмай. Һәр кемдең үҙ сәбәптәре.

“Бурый” позывнойлы оло яугирҙәрҙең береһе үҙенең шәхесен асырға рөхсәт итте. Алтмыш йәшлек Эльдар Б.-ны Хәйбулла районында һәр кем белә. 2021 йылда пенсияға сығыр алдынан һуңғы ун йылда ул район ауыл биләмәләренең береһендә хакимиәте башлығы булып эшләгән. Ғаиләһе имен, ҡатыны, ике балаһы һәм өс ейән-ейәнсәре бар.

Тап ошо имен, матур ғаиләһе булған өсөн дә, Эльдар Б. яҡындарына махсус хәрби операцияға барыу тураһындағы ҡарарын әйтергә ҡыймай.

“Беренсе тапҡыр унда киткән саҡта, быны ғаиләмдән йәшерҙем. Ҡатыныма һәм балаларға “Себергә вахтаға барам” тип әйттем. Ҡатыным белеп ҡалғас, ныҡ үпкәләне, 40 йыл бергә йәшәп тә, уға бер нимә лә әйтмәүемде аңламаны. Әлбиттә, ҡатыным менән үҙ-ара килештек, оҙаҡ итеп уйланыуым, тик уға әйтергә көс тапмауым тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләп бирҙем. Һөҙөмтәлә, ғаиләм ниәтемде аңланы, әммә икенсе командировка алдынан ҡыҙым ныҡ борсолдо, мине өгөтләп кире дүндерергә тырышып ҡараны”, – тип һөйләй әңгәмәсем.  

Махсус хәрби операция зонаһына икенсе тапҡыр командировкаға юлланған саҡта Эльдар Б. ғаиләһе менән һөйләшә.

– Яҡындарыма шуны аңлаттым: махсус хәрби операцияға үҙебеҙҙең йортта низағ булмаһын өсөн барам. Украиналағы был фажиғә шашып киткән милләтселек арҡаһында тыуған. Ә беҙҙең республика һәр ваҡыт татыу булды, бөтәбеҙ ҙә – башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, рустар ҙа, удмурттар, марийҙар – бер ғаилә булып дуҫ, татыу йәшәйбеҙ. Беҙҙең Шайморатовсылар батальоны ла күп милләтле, унда төрлө халыҡ, бөтә ҡала һәм район вәкилдәре бар. Ейәндәремә лә илебеҙҙә ниндәй хәлдәр барғанын һәм ни өсөн унда барыуымды аңлаттым, ғәмәлдә улар минең менән ғорурлана. Махсус хәрби операция тамамланғас, мәктәптәр буйлап йөрөйәсәкмен, патриотик тәрбиә менән шөғөлләнәсәкмен, – ти ул.

“Бурый” махсус хәрби операцияла 2022 йылдың апреленән ҡатнаша, фронтҡа хәрби армия резервы составында бара. Апрель аҙағында Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендәге алыш ваҡытында миномет уты аҫтында ҡала, унда ярсыҡтарҙан бик күп йәрәхәт ала, һөҙөмтәлә бер күҙен юғалта. Биш операциянан һуң июндә Өфөгә реабилитацияға ебәрелә.

“Был ни өсөн кәрәк?” тигән һорауға Эльдар Б. былай тип яуап бирҙе: “Беренсенән, мин махсус хәрби операцияға барырға тура килгән һәм әле унда хеҙмәт иткән йәш егеттәр өсөн борсолам. Ә бит йәштәрҙе кем дә булһа өйрәтергә тейеш. Икенсенән, мин армияла махсус ғәскәрҙә хеҙмәт иттем, Эске эштәр министрлығында, хакимиәт башлығы булып эшләнем. Кешеләр менән эшләү тәжрибәм ҙур, улар менән нисек һөйләшергә, нисек дәртләндерергә беләм. Өсөнсөнән, хакимәт башлығы булған саҡта патриотик эш менән дә шөғөлләндем, республика десантсылары союзы ағзаһымын. Беҙ әүҙем рәүештә һәйкәлдәр, йәштәрҙең патриотик тәрбиәһе, тарих һәм башҡа күп эш менән шөғөлләндек, быларҙы Тыуған илгә һөйөү тип атарға булалыр, шуға күрә Тыуған илемә теләһә ниндәй ғибрәттең үтеп инеүен теләмәйем”.

Хәрби армия резервы составында хеҙмәт итеү еңелдән түгел. Был подразделениелар һәр ваҡыт дошман менән тура бәйләнештә, һәр ваҡыт окоптарҙа, быны һәр кем дә күтәрә алмай. “Бурый” разведка төркөмөнөң взвод командиры булған. Эльдар Б. үҙенең бай эстәлекле хәрби көндәрен иҫкә ала. “Миңә йыш ҡына дошман тылына йөрөргә тура килде, күп тапҡыр тура хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаштым. Өс тапҡыр мине “ике йөҙөнсө” тип иғлан иттеләр, өсөнсө тапҡыр хатта өйгә “ҡара ҡағыҙ” ҙа ебәргәйнеләр. Хеҙмәттәштәрем мине Ростовтағы госпиталдә тапты һәм иҫән булыуыма ныҡ аптыраны”.

Йыш ҡына яугирҙәрҙең йәрәхәттәр алғандан һуң, һаулыҡ торошо буйынса өйгә ҡайтарылыу мөмкинлеге булһа ла, уларҙың сафҡа кире ҡайтыу тураһында ишетергә тура килә. Уларҙың һәр береһе “бында алыш барғанда гражданкала ятыу мөмкин түгел” тип һөйләй. “Мине ошонда тарта” тип ҡоро һәм ҡыҫҡа яуап бирә улар. Эльдар Б. ла шулай: “Дауаланып, реабилитация үткәндән һуң “барс”тағы хеҙмәттәштәрем менән аралашыуҙы дауам иттем. Кем артабан да һуғыша ала – бөтәһе лә шунда кире барған. Мин дә уларҙан ситтә ҡала алманым. Улар миңә туғандар кеүек яҡын булып бөттө, әгәр улар бында икән, мин дә яндарында булырға тейешмен. Ә мин бит взвод командиры. Сентярбҙә Хәйбулла районынан мобилизацияланған егеттәрҙе оҙаттым да, хәрби комиссариатҡа барҙым, шайморатовсылар батальонына барырға ҡарар иттем”.

Үҙенең йәше һәм намыҫы менән үҙенә билдәләнгән миссияһы тураһында “Бурый” былай ти:

“Миңә күп тапҡыр ошондай һорау бирҙеләр: йәш буйынса хәрби хеҙмәттән китеү тураһында рапорт яҙасаҡмынмы? Ә мин нисек китәйем? Өфөләге саҡырыу пунктында миңә ете егетте беркетеп ҡуйҙылар, Новочеркасскиға килгәс, тағы өҫтәнеләр, һөҙөмтәлә икенсе командировкама, йәғни махсус хәрби операция зонаһына республикабыҙҙан 26 егет менән бергә килеп төштөм. Юлда саҡта бик күп аралаштыҡ, улар араһында мин – иң өлкәне. Уларға илебеҙ һәм республикабыҙ тарихы, ҡаһарманлыҡ һәм бурыс тураһында айырыуса күп һөйләнем, шуға күрә мин йәш буйынса ҡайтыу өсөн рапорт бирмәйәсәкмен, нисек аҙаҡ уларҙың күҙҙәренә ҡарармын? Мин уларҙы килтерҙем, улар миңә улдарым һәм ҡустыларым кеүек бит. Остазлыҡ булырға тейеш, шәхесте тик шәхси миҫал ярҙамында ғына тәрбиәләргә була. Йәштәргә өлкәндәр үрнәк күрһәтергә тейеш. Махсус хәрби операцияға бергә киттек, бергә ҡайтасаҡбыҙ ҙа”.

Эльдар Б. хәрби батырлыҡтары өсөн үҙенең взводының 14 яугире менән бергә "Хәрби хеҙмәттәре өсөн" миҙалына тәҡдим ителгән.

 

Ирекмән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: