Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин Ватан Геройҙары көнө айҡанлы социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙма ҡуйҙы.
“9 декабрҙә илебеҙ Ватан Геройҙары көнөн билдәләй. Был иҫтәлекле дата – иң маҡтаулы дәүләт наградалары – Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Дан һәм Георгий ордендары менән бүләкләнгәндәргә ҡарата күрһәтелгән хөрмәт.
Бөйөк Ватан һуғышы, Афған конфликты, Төньяҡ Кавказда террорға ҡаршы операциялар, махсус хәрби операция... Үҙ эштәре, ҡылыҡтары, тормошо менән Ватанға ысын хеҙмәт өлгөһөн күрһәткәндәрҙе тағы ла бер тапҡыр ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ.
Махсус хәрби операция башланғандан алып Максим Серафимовҡа, Тамерлан Илһамовҡа, Игорь Насибуллинға үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Кисә ил Президенты Владимир Путин Бөрө ҡалаһында тыуып үҫкән гвардия майоры Борис Дудконы Герой Йондоҙо менән бүләкләне. Тиҫтәләгән башҡа егеттәр, шул иҫәптән үлгәндән һуң, хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Уларҙың исемдәре Ватаныбыҙҙың хәрби тарихына яҙылған.
Әлеге көндәрҙә офицерҙар һәм һалдаттар нацизм менән ҡыйыу алыша, биләмәбеҙҙе яҡлай, Рәсәй өсөн көрәшә. Хәрбиҙәр ҙә, ирекмәндәр ҙә – ысын геройҙар. Беҙҙең бурыс – уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, Ватанды һаҡлауҙың, тыныс киләсәк өсөн көрәштең мөһимлеген иҫтә тотоу”, – тиелә яҙмала.
Фото М. Забелиндың сәхифәһенән.