Бәләбәй районының Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы мәктәбендә хәрби махсус операция барышында һәләк булған Рәмил Ғәлимйән улы Раянов хөрмәтенә иҫтәлекле мемориаль таҡтаташ асылды. Ул хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены һәм ике “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Рәмил Раянов 1983 йылдың 16 декабрендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Куйбышев районы Ломоносов ауылында тыуған. Бала сағы, йәшлек йылдары Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылында үткән.
2003 – 2004 йылдарҙа Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Һауа-десант ғәскәрҙәре сержанты, махсус тәғәйенләнештәге разведка офицеры. 19 тапҡыр парашютта һикергән, бокс менән шөғөлләнгән. Бокс буйынса һауа-десант ғәскәрҙәре чемпионатында бер нисә тапҡыр призлы урындар яулай, бының өсөн командование тарафынан почет грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнә.
2017 йылдан хәрби хеҙмәттә. Сүриә, Ливия, Африка илдәре, Украина... Орден-миҙалдар, шул иҫәптән ике “Батырлыҡ өсөн” ордены, Ҡаһарманлыҡ ордены һәм башҡа дәүләттәрҙең хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән.
– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ата-бабаларыбыҙ кеүек, Рәмил Раянов нацизмға ҡаршы көрәштә, тыныс күк йөҙө, балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең яҡты киләсәге өсөн ғүмерен бирҙе. Уның тормошо һәм батырлығы — барыбыҙға ла Ватанға хеҙмәт итеү, хәрби антҡа тоғролоҡ өлгөһө. Герой тураһында иҫтәлек туғандарының, дуҫтарының, яҡташтарының күңелендә йәшәйәсәк. Ысын ҡаһарман тәрбиәләгән ата-әсәһенә рәхмәт! Ул – Бәләбәй районының ғорурлығы! – тине Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Марат Шафиҡов үҙ сығышында Рәмилдең батырлығының мөһимлеген билдәләне һәм барлыҡ яугирҙәрҙең өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне.
Бәләбәй районы һәм ҡалаһы ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһимлеген, уларҙың һәр береһенең Рәмил Раянов кеүек герой булыуын билдәләне.
Мемориаль таҡтаташты асыу мөмкинлеге Азат Сәхәбиевкә, Марат Шафиҡовҡа һәм Рәмил Раяновтың ҡустыһы Салауатҡа бирелде.
— Ағайыбыҙҙың үлеме тураһында май айында уҡ белдек, әммә һаман да ул беҙҙең өсөн тере кеүек. Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы биләмәһе башлығы Надежда Красильниковаға, мәктәп етәкселегенә, ата-әсәләргә ярҙам күрһәткән дуҫтарына ҙур рәхмәт. Яҡын кешебеҙҙе иҫкә алғанығыҙ өсөн рәхмәт! – тине Салауат Раянов.
Яугир батырлығы мәңгелек — иман, бурыс, ант батырлығы. Киләсәк быуын тап шуны иҫтә тоторға тейеш.
Надежда Красильникова, Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы биләмәһе башлығы:
– Рәмил тыйнаҡ егет ине. Вафат булғандан һуң ғына уның Чечняла хеҙмәт иткән сағында уҡ Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеүен белдек. Әйтмәне лә, әсәһенең борсолоуын да теләмәне.
Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы Сәғиҙулла Хәсәнов:
— Рәмилде шәхсән белә инем. Ул һәр ваҡыт ыңғай, йылмайып торған егет ине. Уға оҙаҡ асыуланыу мөмкин түгел ине, йылмайыуы менән барыһы ла шунда уҡ онотолдо.
Был сара йәштәрҙә илһөйәрлекте тәрбиәләүҙә бик мөһим роль уйнай. Балаларыбыҙ яҡташының батырлығы тураһында белергә, уның менән ғорурланырға, өлгө алырға тейеш. Беҙҙең мәктәп Рәмил Раянов исемен йөрөтөр тип ышанабыҙ.
Мемориаль таҡтаташ асылғандан һуң Ватан Геройҙары көнөнә арналған батырлыҡ дәресе үтте.
Текст сығанағы: Регина Фәйезова.
Фото: Регина Хәлиуллина.