9 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ветеран һәм патриотик ойошмалары вәкилдәре менән осрашты. Улар хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә, шулай уҡ йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Ултырыш башында төбәк Башлығы ветерандарға Башҡортостандың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Бөгөн илебеҙ Ватан Геройҙары көнөн билдәләй. Иҫтәлекле дата 200 йылдан ашыу билдәләнә. Һәм, әлбиттә, был һеҙҙең менән осрашыу һәм уртаҡ эшебеҙ йүнәлештәре тураһында фекер алышыу өсөн мөһим сәбәп. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, йәш быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт, — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 284 кеше күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, тип билдәләне республика Башлығы.
– Ил Президентының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы ҡарары ҙур әһәмиәткә эйә. Республиканың барлыҡ халҡы ла бының өсөн дәүләт башлығына рәхмәтле. Легендар комдив хөрмәтенә Өфөлә Совет майҙанында мемориаль комплекс астыҡ. Скульптура композицияһы Тыуған ил өсөн ғүмерен фиҙа ҡылған бөтә ватандаштарға арналған. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар, шул иҫәптән Рәсәй Геройҙары Игорь Насибуллин, Тамерлан Илһамов, Максим Серафимов бар, — тине Радий Хәбиров.
Осрашыуҙа Ватандың һәләк булған һаҡсыларын бер минут тын тороп иҫкә алдылар.
Радий Хәбиров, ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөрө ҡалаһында тыуып үҫкән, 76-сы гвардия һауа-десант штурмлау дивизияһының 124-се айырым танк батальоны командиры урынбаҫары майор Борис Дудкоға Рәсәй Геройының Алтын Йондоҙон тапшырҙы, тип әйтеп китте.
Башҡортостан Башлығы республиканың битараф булмаған халҡына Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Фронт һыҙығында хәрби заданиелар үтәгән егеттәр алдында баш эйәбеҙ. Командование уларҙың эшен юғары баһалай. Беҙ батальондарыбыҙға һәм мобилизацияланған яугирҙәребеҙгә даими ярҙам күрһәтәбеҙ, гуманитар автоколонналар ебәрәбеҙ. Әле Шайморатов батальоны хәрбиҙәре Башҡортостан табиптары ярҙамында яу яланы шарттарында медицина тикшереүе үтә. Был эште дауам итәсәкбеҙ. Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар автоколонналар ебәреү буйынса республика координация үҙәге булдырылған, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы, яҡын арала махсус хәрби операцияға өсөнсө башҡорт батальоны китәсәк, тип өҫтәне. Ул Росгвардия структураһында төҙөлгән һәм Салауат Юлаев исемен йөрөтә.
– Егеттәрҙе махсус кейем, ҡорамалдар һәм техника менән тулыһынса тәьмин иттек. Был ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы хәрбиҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына ярҙам итеүҙе мөһим эш йүнәлеше тип атаны.
– Беҙҙең етәкселек командаһы өсөн бөгөн ике төп бурыс бар – төбәктең тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү, шулай уҡ хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә булышлыҡ ҡылыу буйынса тотош программа ҡабул иттек. Унда, федераль сараларҙан тыш, 30-ҙан ашыу өҫтәмә бар. Бынан тыш, Яңы йылға мобилизацияланған яугирҙәргә, уларҙың ҡатындарына һәм балаларына бер тапҡыр 20 мең һум күләмендә түләү биреләсәк. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе базаһында Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ла етди ярҙам күрһәтә. Ғаиләләр өсөн беҙҙең иғтибар, хәстәрлек бик мөһим. Шуға күрә мин һәр ваҡыт муниципаль берәмектәр, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәренән был эштә шәхсән ҡатнашыуҙарын һорайым, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Сара барышында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны һалдаты Эдуард Ғабдрахманов хәрби часть яугирҙәренең нисек алышыуҙары хаҡында һөйләне. Йәрәхәт алғандан һуң да егеттәр хеҙмәттәштәренә ярҙам итеү өсөн тиҙерәк махсус хәрби операция зонаһына барырға ынтыла.
– Беҙҙең батальон ҡуйылған бурыстарҙы үтәй. Әлеге көндәрҙә егеттәр ҡыҫҡа ялда, – тине Эдуард Ғабдрахманов. – Һәр кем беҙҙең подразделениеның яҡшы тәьмин ителеүен һәм яугирҙәрен юғары рухта булыуын билдәләй. Беҙ хәрби әҙерлек ваҡытынан алып республиканың даими ярҙамын тоябыҙ. Иғтибарығыҙ, хәстәрлегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Хәрби хеҙмәткәр, саҡырылыуға тиклемге йәштәге йәштәрҙең күберәк хәрби слеттарын үткәреү, уларҙы ҡоралдың яңы төрҙәре, шул иҫәптән дрондар, тепловизорҙар менән таныштырырға кәрәк, тип иҫәпләй.
Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны командиры, Эске эштәр министрлығының отставкалағы полковнигы Артур Йомағужин белдереүенсә, часть яугирҙәре хәрби әҙерлекте тамамлай. Улар менән ҡыҙыу нөктәләрҙе үткән инструкторҙар эшләй. Республика Башлығы билдәләүенсә, декабрь аҙағында Өфөнөң Совет майҙанында махсус хәрби операцияға киткән Салауат Юлаев батальонын тантаналы оҙатыу ойоштороласаҡ.
“Патриот” хәрби-патриотик паркының “Авангард” уҡыу-методик үҙәге етәксеһе Никита Рекрут белдереүенсә, был ял көндәрендә X класс уҡыусыларының сираттағы сменаһы уҡыу лагерына киләсәк. Шул уҡ ваҡытта һыуыҡ көндәрҙә тыштағы күнекмәләр ҡыҫҡартыласаҡ.
Радий Хәбиров кадет класы уҡыусылары ҡатнашҡан саралар исемлеген төҙөргә, балаларҙы ташыу өсөн бюджеттан аҡса бирергә ҡушты.
Башҡорт республика хәрби хәрәкәттәр йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, юрист Әлфит Ниғәмәтйәнов хеҙмәттәштәре менән бергә һалдаттарға, уларҙың ғаиләләренә юридик ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнеүен, шулай уҡ яраланғандан һуң реабилитация үткән яугирҙәргә булышлыҡ ҡылыуҙарын белдерҙе. Был мәсьәләләр буйынса ойошма "Берҙәм Рәсәй" партияһы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Әлфит Ниғәмәтйәнов һуғышсыларға, уларҙың ғаиләләренә бәйле льготалар тураһында брошюра сығарырға тәҡдим итә. Шулай уҡ Өфө фән һәм техника университетының Юридик институты үҙ студенттарын хәрбиҙәргә юридик ярҙам итеү эшенә йәлеп итеү менән шөғөлләнә.
Осрашыуҙа хәрби хәрәкәт һөҙөмтәһендә инвалид булған яугирҙәрҙе дауалау мәсьәләһе лә ҡаралды.
Радий Хәбиров осрашыуҙан һуң социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Бөгөн Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө. Беҙҙең өсөн ул - Тыуған илде һаҡлаусыларға, һалдаттарға ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн рәхмәт әйтеү мөмкинлеге. Минең өсөн Афғанстан ветерандары, Чечняла террорға ҡаршы операция, Сүриәләге һуғыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән осрашыу мөһим әһәмиәткә эйә. Нәҡ ошо кешеләрҙе беҙ милләт төҫө тип атайбыҙ, улар уның нигеҙе, яҡлауы булып тора. Рәхмәт һеҙгә! Эшләгеҙ, туғандар!" – тип яҙҙы.
Фотолар Р. Хәбировтың сәхифәһенән.