Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
9 Декабрь 2022, 20:30

Шайморатов исемендәге штаб-фатирҙар булдырыла

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында “Кесе Ватаным - Атайсал” форумында ошондай штаб-фатирҙың исем туйы үтте.

Шайморатов исемендәге штаб-фатирҙар булдырыла
Шайморатов исемендәге штаб-фатирҙар булдырыла

“Кесе Ватаным – Атайсал” икенсе муниципаль форумында уның исем туйы үтте. Сарала ҡатнашыусылар Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында булды, легендар дивизия командирының һәйкәленә сәскәләр һалды.

"Икенсе муниципаль-ара форумды уҙғарыу өсөн 9 декабрь осраҡлы һайланманы. Бөгөн барлыҡ ил Ватан Геройҙары көнөн билдәләй. Был көндә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ерендә булыуыбыҙ шатлыҡлы. Бөгөн беҙҙең төп маҡсаттарҙың береһе – үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, сөнки киләсәгебеҙҙең нисек булыры тап уларға бәйле", - тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең Эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

Форум барышында Шайморат ауылының күп функциялы клубында хәрби-патриотик тәрбиә буйынса "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. "Герой булып тыумайҙар, ә булалар. Ҡаһармандарыбыҙ - Ватанды һаҡлауҙың, яратыуҙың ысын өлгөһө. Тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт изге эштәргә, батырлыҡҡа урын булһын", - тине Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп.

Башҡортостанда Миңлеғәле Шайморатов исеме – ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек, Тыуған илгә оло һөйөү билдәһе. 2020 йылдан данлыҡлы генерал хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереүҙә яңы этап башланды. Президент Владимир Путиндың указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Ошо йылдан республикала тәүге “Шайморатов кластары” барлыҡҡа килде.

Быйыл августа “СМАРТ” 2-се республика күп профилле полилингваль гимназияһында асылған Рәсәй Геройы М. Шайморатов исемендәге штаб-фатирҙың өлгө булыуын да билдәләү мөһим. Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында ла “Кесе Ватаным - Атайсал” муниципаль форумында ошондай штаб-фатирҙың исем туйы үтте.  

“СМАРТ” гимназияһы директоры Наил Әминев һүҙҙәренсә, штаб-фатирҙа уҡыусыларға хәрби-патриотик тәрбиә биреү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Улар унда ҙур теләк менән белем һәм һөнәр ала. “Шайморатов кластары” уҡыусылары дәрестәрҙә автоматтарҙы һүтергә, йыйырға ла өйрәнә. Штаб-фатир дәрестәрҙе уҙғарыу өсөн тейешенсә йыһазландырылған.

Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге штаб-фатирҙар “Шайморатов кластары” эшләгән барлыҡ мәктәптәрҙә лә барлыҡҡа киләсәк.

Фото: "Башинформ".

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: