Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең яҡындары менән осрашыу үтте.
Ҡаланан бөтәһе 15 артист махсус хәрби операцияға алынған. Яугирҙәрҙең яҡындары менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова осрашты. Улар йыйылыусыларға мобилизацияланғандарға булдырылған ярҙам саралары хаҡында һөйләне.
Гүзәл Әхмәт ҡыҙы әйтеүенсә, киләһе йылдан мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә бушлай газ үткәреләсәк, шулай уҡ транспорт һалымынан азат итеү, утын менән тәьмин итеү ҡарала. Ватсап мессенджерында "Сибай һалдаттары" тигән айырым төркөм булдырылған һәм унда барлыҡ проблемалар ҙа хәл ителә.
Сибай башҡорт драма театры актрисаһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Илгиз Әбдрәшитовтың әсәһе Нурзиә Әбдрәшитова ҡала хакимиәтенә һәм Мәҙәниәт министрлығына рәхмәт белдерҙе.
"Мин еңелерәк булһын өсөн концерттарға, спектаклдәргә йыш йөрөргә тырышам. Мобилизацияланғандарҙың ғаилә ағзаларына бушлай абонемент булдырһалар ине. Был бик мөһим. Беҙ көслө булырға тейеш. Беҙ, әсәләр, барыһын да үтербеҙ. Доғалар ярҙам итә. Төндәр буйы уҡыйбыҙ. Бер-беребеҙгә терәк булайыҡ", - тине Нурзиә Әбдрәшитова.
Мәҙәниәт учреждениеларының барлыҡ сараларына бушлай абонемент таратыу идеяһын осрашыуға килгәндәрҙең барыһы ла хупланы. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова ла ярҙам саралары хаҡында һөйләне.
Артабан сарала ҡатнашыусылар "Тау артында ниҙәр бар" спектаклен ҡараны.
Берҙәм һәм бер-беребеҙгә терәк булғанда ғына ауырлыҡтарҙы еңергә мөмкин, тине сарала ҡатнашыусылар. Уларҙың улдарының, ирҙәренең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото: Сибай ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге сайты.