Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
13 Декабрь 2022, 15:30

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам арта

Уларҙы һауыҡтырыу өсөн киләһе йылға бюджеттан 100 миллион һумға яҡын аҡса бүленәсәк.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам арта
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам арта

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте  Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән Хөкүмәт ултырышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарҙы һауыҡтырыу буйынса шифахана-курорт ойошмаларына хеҙмәттәр күрһәтеүгә сығымдарҙы ҡайтарыуға һәм финанс яғынан тәьмин итеүгә төбәк бюджетынан субсидиялар биреү мәсьәләһе тикшерелде.

– Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға социаль ярҙам - тәү сираттағы бурыстарыбыҙҙың береһе. Ошо ярҙам сараларының береһе булып шифахана-курорт дауалауы буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү тора,– тине Андрей Назаров. – Республикала шифахана-курорт системаһы ярайһы үҫешкән. Беҙҙә дауалау-иҫкәртеү хеҙмәттәре күрһәткән туғыҙ дәүләт шифаханаһы һәм шәхси шифахана ойошмалары бар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һауыҡтырыу өсөн киләһе йылға бюджеттан 100 миллион һумға яҡын  аҡса бүләсәкбеҙ.

Ярҙамдың был сараһы тураһында  ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һөйләне. Республика бюджетынан субсидиялар биреү тәртибенә ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы шифахана-курорт хеҙмәттәре алыу өсөн шифаханаға бер тапҡыр мөрәжәғәт итеү хоҡуғына эйә. Был ярҙам сараһы Башҡортостанда йәшәгән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Федерацияһы гражданына ҡағыла. Ярҙамды хәрби хеҙмәткәр статусына эйә булғандар, ирекле формированиелар составында махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдергән  запастағылар, Рәсәй Федерацияһының милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы подразделениеларында хәрби хеҙмәт үтеүсе йәки үткән полицияның махсус званиеһына эйә булғандар һәм Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыу менән бәйле хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән граждандарҙың алыуы мөмкин.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандар республика шифаханаларында үҙҙәренә уңайлы ваҡытта дауаланһын өсөн шифаханаларҙа номер фонды резервын билдәләйәсәктәр. Уларҙы ҡабул итергә әҙер булған шифаханалар исемлеге һәм мөрәжәғәт итеү тәртибе киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыласаҡ.

Премьер-министр ҡарар проектын хупланы һәм Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына 2023 йылдың 1 февраленә тиклем республикала урынлашҡан шифахана-курорт ойошмаларының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һауыҡтырыу буйынса  күрһәтәсәк хеҙмәттәрҙе әҙерләүҙе ойошторорға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: