

Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
"Егеттәребеҙгә яҡындарының сәләмен еткерҙем, күстәнәстәр, уҡыусыларыбыҙҙың хаттарын тапшырҙым. Улар тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Яугирҙәрҙең кәйефе һуғышсан. Батальонда төрлө милләттәр бар, дуҫ һәм татыу, бер-береһенә ярҙам итеп тора. Артабан да улар менән бәйләнеште өҙмәҫбеҙ, ярҙамыбыҙҙан ташламабыҙ. Яҡташтарыбыҙға хәрби хеҙмәттә уңыштар!"- тип яҙған Рөстәм Шәрипов.
Барығыҙ ҙа тыуған яҡтарығыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Фото: Рөстәм Шәрипов.