Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
14 Декабрь 2022, 15:15

"Тиҙҙән мунсаны алғы һыҙыҡҡа оҙатырбыҙ"

Эшҡыуар Батыр Рысҡужин яугирҙәр өсөн тәгәрмәсле мунса эшләгән.

"Тиҙҙән мунсаны алғы һыҙыҡҡа оҙатырбыҙ"
"Тиҙҙән мунсаны алғы һыҙыҡҡа оҙатырбыҙ"

Был хаҡта Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Сибайҙарҙың битараф булмауы шатландыра. Айырыуса был мобилизацияланғандарға ярҙам итеүгә ҡағылғанда. Бөгөн, һис ҡасан булмағанса, Украина территорияһында тыныслығыбыҙҙы һаҡлаусыларға ярҙам итеү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Эшҡыуарыбыҙ Батыр Рыҫҡужин яҡташтарыбыҙ өсөн бына ошондай мобиль мунса әҙерләгән. Был бик ҙур ярҙам, сөнки ҡышҡы осорҙа гигиена һәм кейемде киптереү мәсьәләһе - хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн шарттар булдырыуҙа иң мөһимдәренең береһе. Яҡташтарыбыҙ бындай бүләкте Яңы йыл алдынан баһалар тип ышанам. Тиҙҙән мунсаны алғы һыҙыҡҡа оҙатырбыҙ", - тигән Сибай мэры.

Фото: Азамат Юлдашбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

"Тиҙҙән мунсаны алғы һыҙыҡҡа оҙатырбыҙ"
"Тиҙҙән мунсаны алғы һыҙыҡҡа оҙатырбыҙ"
"Тиҙҙән мунсаны алғы һыҙыҡҡа оҙатырбыҙ"
"Тиҙҙән мунсаны алғы һыҙыҡҡа оҙатырбыҙ"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: