Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Донбасстан сираттағы командировканан ҡайтҡан Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядты ҡаршылауҙа ҡатнашты.
– Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы Александр Борисович Бурдо менән Бөгөн Донбасстан сираттағы хәрби командировканан ҡайтҡан Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядты ҡаршы алдыҡ. Беҙҙең яугирҙәр һәр ваҡыт баһаһын юғары тота. Улар был юлы ла ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәне. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров исеменән уларға рәхмәт һәм хуплау һүҙҙәрен еткерҙем.
Отрядтың тулы составта ҡайтыуын билдәләп үткем килә. Ғаиләһе янында ял иткәндән һуң, яугирҙәр яңынан хеҙмәтте дауам итәсәк. Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядтың командировка ваҡытында айырылып торған ҡайһы бер яугирҙәре рәхмәт хаттары һәм наградалар менән бүләкләнде.
Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, туғандар. Ғаиләләрегеҙгә аңлауы, түҙемлеге һәм ярҙамы өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек теләйем, хеҙмәтегеҙҙә һәр саҡ уңыштар юлдаш булһын! – тип белдерҙе Ирек Сәғитов.
Фото һәм Мәғлүмәт сығанағы: vk.com/ireksagitov.