Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Декабрь 2022, 11:00

“Машиналарҙы буш ебәреп булмай бит инде...”

Биләмәләге туғыҙ ауыл халҡы ихласлыҡ менән кәрәк-яраҡ ташый, аҙыҡ-түлек, йылы кейем-һалым, бал, хатта мунсала сабыныу өсөн миндектәр килтерә.

“Машиналарҙы буш ебәреп булмай бит инде...”
“Машиналарҙы буш ебәреп булмай бит инде...”

Яңауылдар Шайморатов һәм Доставалов батальондары өсөн үҙ аҡсаһына дүрт берәмек техника алған  Айрат Ғәлихановҡа ҙур рәхмәт белдерәләр. Ике УАЗ һәм ике ЗИЛ машиналары автомунса ролен үтәйәсәк. ”Машиналарҙы буш ебәреп булмай бит инде, әйҙәгеҙ, күстәнәстәр тейәп оҙатайыҡ!” – тип, Байғужа халҡы хәрбиҙәргә әйберҙәр йыйыуға тотондо, тип яҙа “Яңауыл таңдары” гәзите.

Айрат Рауил улы Ғәлиханов – Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабит Йәғәфәровтың яҡын туғаны, ике миллион һумға хәрбиҙәр өсөн машина алып, әле уларҙы юлға әҙерләй.

“Беҙ ошондай илһөйәр, ярҙамсыл  яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ул әсәһе тыуып үҫкән Байғужа ауылына йыш ярҙам итә, уның булышлығында  ағаһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабит Йәғәфәров исемендәге  күркәм сквер барлыҡҡа килде, – ти Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөфәр Вәлиев. – Ауылдаштар егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыуға дәррәү тотондо”.

Биләмәләге туғыҙ тораҡ кешеләре ихласлыҡ менән кәрәк-яраҡ килтерә, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, бал, хатта мунсала сабыныу өсөн миндектәр ташый. Әйберҙәрҙе төп туплау урыны – ауыл мәҙәниәт йорто, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре уларҙы рәтләп ҡаптарға тултыра.

Районда йәшәгән Хәрби-Дингеҙ флоты ветерандары ла был мөһим эшкә ҡушылырға теләк белдергән. Оҙаҡламай йөк  республиканың Берҙәм логистика үҙәгенән юлға сығасаҡ, хәйерле юл теләйек!

 Зөфәр Вәлиев фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: