Хәйбулла районында Роберт Закировтың исеме мәңгеләштерелде. Ул Аҡъярҙың1-се мәктәбен тамамлаған, Украинала махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған. Роберт Вадим улы үҙенең ғүмерен биреп ҡуйылған бурысын үтәгән, Тыуған илен һәм иптәштәрен яҡлаған Рәсәйҙең ысын патриоты булды. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Роберт Закировтың үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнә. Геройҙың өләсәһе Фәхернисә Юлдашбаеваға һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа мемориаль таҡтаташ асыу хоҡуғы бирелде.
Сарала ҡатнашыусылар мәрхүмдең ата-әсәһенә теләктәшлек, рәхмәт һәм ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе, уны хөрмәтләп иҫкә алды, хәтирәләре менән уртаҡлашты, сәскәләр һалды.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.