Геройҙар дәүере
18 Декабрь 2022, 16:00

Яңауыл кешеһе һатып алған дүрт машина хәрбиҙәргә юлланды

Бөгөн Яңауылда Айрат Ғәлихановтың Шайморатов һәм Доставалов исемендәге башҡорт батальондары өсөн һатып алған техникаһын оҙатыуға арналған сара үтте.

Яңауыл кешеһе һатып алған дүрт машина хәрбиҙәргә юлландыЯңауыл кешеһе һатып алған дүрт машина хәрбиҙәргә юлланды
Яңауыл кешеһе һатып алған дүрт машина хәрбиҙәргә юлланды

Бөгөн, 18 декабрҙә, Яңауылда Айрат Ғәлихановтың Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекле башҡорт батальондары өсөн һатып алған техникаһын оҙатыуға арналған сара үтте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Яңауыл кешеһе үҙ аҡсаһына дүрт берәмек техника – ике "УАЗ", шулай уҡ автомунса итеп йыһазландырылған ике "ЗИЛ" һатып алғайны. Айрат дуҫтары һәм туғандары менән бергә машиналарҙы тейешенсә йыһазландырған, техник яҡтан хеҙмәтләндереү үткәргән.

Техника менән бергә яҡташ яугирҙәргә Байғужа ауыл биләмәһендә йәшәүселәр, шулай уҡ ветеран-диңгеҙселәр, ҡала һәм район  халҡы йыйған гуманитар ярҙамдың сираттағы партияһы оҙатылды.

Сарала район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов, хәйриә ярҙамы күрһәткән Айрат Ғәлиханов, урындағы комиссариаттың хәрби комиссары Марат Харисов, имам-хатип Фәнзир Шәйнуров сығыш яһаны.

- Бөгөн, ил ҡатмарлы осор кисергән саҡта, беҙ тыныслыҡ һағына баҫҡан хәрбиҙәргә ярҙам итергә тейешбеҙ. Улы Айратты ысын илһөйәр итеп тәрбиәләгән Тәхүрә Фәтих ҡыҙына рәхмәт! Йөрәге ҡушыуы буйынса тыныс, тыйнаҡ, эскерһеҙ рәүештә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҙур ярҙам күрһәткән Айрат Рауил улы Ғәлихановҡа рәхмәт! Ситтә ҡалмаған һәм битарафлыҡ күрһәтмәгән һәр кемгә: предприятиеларға, ирекмәндәргә, ябай халыҡҡа, ауыл биләмәләренә рәхмәт. Яңауыл районында шундай ярҙамсыл кешеләр йәшәүенә ғорурланам! Был тағы ла бер тапҡыр, берҙәм булғанда, еңелмәҫ булыуыбыҙҙы иҫбатлай. Берҙәм халыҡ – көслө халыҡ, - тине сығышында район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.

- Бөгөн ҡатмарлы хәрби шарттарҙа йәшәргә, эш итергә мәжбүр булған егеттәргә ярҙам итеү - беҙҙең изге бурыс, тип иҫәпләйем. Беҙ мөмкин булғандың барыһын да эшләргә, көнкүреш шарттарына яҡын уңайлыҡтар тыуҙырырға тырыштыҡ. Хыялым тормошҡа ашты, кәйефем күтәренке, йөрәгем шатлыҡ менән тулы: машиналар әҙер, хәҙер уларҙы миңә ярҙам иткән егеттәр менән Өфөгә алып барабыҙ. Техника яугирҙәргә Яңы йылға тиклем барып етер һәм егеттәребеҙҙе ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ, - тине хәйриә ярҙамы күрһәткән Айрат Ғәлиханов.

Сығанаҡ һәм фото: “Янаульские зори” гәзите.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас