Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Декабрь 2022, 23:00

“Бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов - яугирҙәргә сираттағы ярҙам килеүе хаҡында.  

“Бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ”
“Бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахмановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән:

“Махсус хәрби операция үткән биләмәләге беҙҙең яугирҙәргә сираттағы гуманитар конвой килтерҙеләр. Уны Рәсәй Геройы В. Трубанов исемендәге "Хәрби туғанлыҡ" хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Илдар Ханбәков һәм Евгений Иванов алып килде. Бында яугирҙәр өсөн иң кәрәкле барлыҡ әйберҙәр бар: аҙыҡ-түлек, йылы кейем, бензин менән эшләй торған генераторҙар һәм, әлбиттә, һәр һалдаттың хәрби рухын күтәреп ебәрә торған, яҡындарынан килгән шәхси посылкалар (уларҙы айырым һалып ебәрәләр).

Алғы һыҙатта – өсөнсө полктың өсөнсө батальоны, унда Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Стәрлебаш, Ейәнсура райондарынан яҡташтарыбыҙ бар.

Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларҙың һәммәһенә лә һуғыш яланынан имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Уларҙың барыһы ла килеп сығасағына бер ниндәй ҙә шик юҡ. Беҙҙең эшебеҙ хаҡ!

Мин һәр саҡ ошондай "ялан хәбәрҙәре" алыуыма шатмын һәм һәр ваҡыт башҡорт егеттәренә бирешмәүҙәрен, ғәҙел алышыуҙарын теләйем. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәкбеҙ: бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ”.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: