Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
19 Декабрь 2022, 10:00

Яугирҙәрҙең ғаиләләренә утын килтерҙеләр

Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең ғаиләләренә, ата-әсәләренә һәр яҡлап ярҙам итеү эштәре дауам итә. 

Таулыҡай ауыл биләмәһендә лә хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең ғаиләләрен утын менән тәьмин итеү ойошҡанлы барҙы. Өлөшләтә мобилизация буйынса Сыңғыҙ ауылынан - ике, Таулыҡайҙан биш егет хәрби хеҙмәткә алынғайны. Таулыҡайҙар уларҙың ғаиләләренә утын ташыу эштәрен йомғаҡлап ҡуйҙы.

"Ошо изге эшкә үҙ өлөшөн индергән ауылдаш егеттәргә, техника менән тәьмин иткән Әхмәр Кәйекберҙинға, Зәбир Ишкининға, Этҡол урман хужалығында эшләгән Таһир Моталлаповҡа, өмәселәрҙе эштән һуң йылы аш менән һыйлаған Гөлсирә Салауат ҡыҙына, Фәйрүзә Ғәфәр ҡыҙына, Гөлдәр Булат ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!" - тип яҙҙылар Таулыҡай ауылы төркөмөндә. 

Егеттәрҙең яуҙан имен-һау әйләнеп ҡайтыуын, ил-йортобоҙҙа тыныслыҡ булыуын теләйек.

Фото: Таулыҡай ауылы төркөмөнән. 

Яугирҙәрҙең ғаиләләренә утын килтерҙеләр
Яугирҙәрҙең ғаиләләренә утын килтерҙеләр
Яугирҙәрҙең ғаиләләренә утын килтерҙеләр
Яугирҙәрҙең ғаиләләренә утын килтерҙеләр
Яугирҙәрҙең ғаиләләренә утын килтерҙеләр
Яугирҙәрҙең ғаиләләренә утын килтерҙеләр
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: