Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Декабрь 2022, 20:25

Салауат вариҫтарының еңеү менән ҡайтырына ышанабыҙ

Салауат Юлаев исемендәге батальон командиры Артур Йомағужин егеттәрҙең ныҡлы хәрби әҙерлек үтеүе тураһында һөйләне.

Салауат вариҫтарының еңеү менән ҡайтырына ышанабыҙ
Салауат вариҫтарының еңеү менән ҡайтырына ышанабыҙ

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө башҡорт батальонын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы үтте. Был хәрби берләшмә милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемен йөрөтә.

Батальон командиры, Эске эштәр министрлығының отставкалағы полковнигы  Артур Йомағужин Салауат Юлаев исемендәге батальон егеттәренең  ныҡлы хәрби әҙерлек үтеүе тураһында һөйләне.

- Радий Фәрит улының ярҙамы менән Салауат Юлаев исемендәге яңы башҡорт батальонын туплап, лайыҡлы әҙерләй алдыҡ. Әлбиттә, Премьер-министр Андрей Назаровҡа, Хөкүмәткә, Хакимиәт етәксеһе Максим Забелинға ҙур рәхмәт! Егеттәрҙе әҙерләү буйынса ҙур эш башҡарылды. Уларға шайморатовсыларға, доставаловсыларға һымаҡ уҡ, ярҙамдың барлыҡ төрө күрһәтелде. Йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды, сифатлы туҡланыу, ял саралары ойошторолдо. Махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби тәжрибәһе булған, округтың иң яҡшы инструкторҙары егеттәр менән шөғөлләнде. Ҡоралландырыуҙың яңы төрҙәре үҙләштерелде. Егеттәрҙең кәйефе яҡшы. Салауат вариҫтарының еңеү менән ҡайтырына ышанабыҙ. Мин Башҡортостан яугирҙәре менән аҙаҡҡаса буласаҡмын, – тине Артур Ғәлимйән улы.

Фото: “Башинформ” агентлығы. 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: