Тағы бер Башҡортостан егете – өлкән лейтенант Степан Белов юғары наградаға – Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Тыуған ил һағына баҫып, махсус хәрби операция барған биләмәлә хәрби бурысын үтәгән егеткә дәүләт наградаһын илебеҙ Президенты Владимир Путин тапшырҙы.
Степан Белов – Октябрьский ҡалаһынан, Ҡазан танк училищеһын тамамлаған. Ул Украинала барған махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән тоҫҡаусы-оператор булып хеҙмәт итә. Уның ротаһының оҫта эш итеүе һөҙөмтәһендә 20 танк, туғыҙ БМП, ҡаршы яҡтың терәк һәм команда пункттары юҡ ителгән.
Харьков өлкәһендә барған бәрелештәрҙә ҡыйыу һәм тәүәккәл эш иткәне өсөн офицер Суворов миҙалына ла лайыҡ булған ине.
Башҡортостан алғы һыҙыҡтағы яугирҙәре менән ғорурлана. Хәрби бурысығыҙҙы уңышлы үтәп, тыуған ерегеҙгә имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Сығанаҡ: vk.com/glavbash
Фото: видеонан скриншот.