Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Декабрь 2022, 19:35

Ҡаһым түрә вариҫтарынан – заман батырҙарына

Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш һәм Айыусы ауылдары халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға гуманитар ярҙам ебәрҙе.

Ҡаһым түрә вариҫтарынан – заман батырҙарына
Ҡаһым түрә вариҫтарынан – заман батырҙарына

Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Илүзә Ҡарағолова беҙгә түбәндәге яңылыҡты еткерҙе.

“Илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса берҙәм эш ойошторолған. Был шәфҡәтлелек акцияһына Стәрлетамаҡ районы халҡы тәүгеләрҙән булып әүҙем ҡушылды, яугиҙәребеҙ өсөн аҙыҡ-түлек, йылы эс кейемдәре, ойоҡбаштар, гигиена әйберҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ йыйып ебәрҙе.

Ошо көндәрҙә иһә Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Мырҙаш һәм Айыусы ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға сираттағы посылкаларҙы юлланы. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ит быҡтырып, тәмле тушенкалар әҙерләне. Ит менән урындағы хужалыҡ етәксеһе, район Советы депутаты, урындағы ҡоролтай ағзаһы Илдар Буранғолов тәьмин итте. Әйткәндәй, Илдар Ишбирҙе улы районда уҙғарылған һәр сарала әүҙем ҡатнаша, төрлө ярҙам күрһәтә.

Хәләл ризыҡты бешерер алдынан ауыл муллаһы доға уҡыны. Артабан эҫе аҙыҡ һауыттарға тултырылып, ҡалай ҡапҡастар менән ябылды. Продукцияның тышына изге теләктәребеҙҙе яҙҙыҡ, бында шулай уҡ боронғо башҡорт яугире һүрәте төшөрөлөүе лә юҡҡа түгел. Билдәле булыуынса, 1812 йылғы Ватан һуғышындағы башҡорт полкы командиры Ҡаһым түрә Мырҙашев сығышы менән Айыусы ауылынан. Риүәйәттәрҙә батырыбыҙҙың ҡыйыу, зирәк, үткер булғаны әйтелә. Ғөмүмән, 1812 йылдағы Ватан һуғышында башҡорттар иң ҡеүәтле дошманға ла ҡаршы тора алғанын, юғары ойошоу һәләтен, сыҙамлы, ҡыйыу икәнлеген күрһәткән, уларҙың даны халҡыбыҙ күңелендә бөгөнгә тиклем йәшәй. Айыусы һәм Мырҙаш ауылы халҡы – Ҡаһым түрә вариҫтары. Бөгөнгө быуын ҡаһармандары ла тамырҙарыбыҙҙан – тарихыбыҙҙан һут алып, билдәле батырҙарыбыҙ рухына лайыҡлы булып, имен-һау әйләнеп ҡайтһындар!

Әйтергә кәрәк, был район халҡының беренсе ярҙамы ғына түгел. Махсус хәрби операция башланғас та, хужалыҡтар һәм төрлө ауылдар халҡы көсө менән бер нисә конвой гуманитар ярҙам оҙатылды. Ә инде Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән “Батырға йылы ойоҡбаштар” акцияһы киң ҡоласлыларҙың береһе булып танылды. Тылдағыларҙың ярҙамы, терәге бик кәрәк хәҙер беҙҙең һалдаттарға. Быны яҡшы аңлаған оло быуын вәкилдәре, уҡытыусылар, ҡатын-ҡыҙҙар күҙ нурҙарын ҡушып, теләктәр әйтеп, йылы ойоҡбаштар бәйләп ебәрҙе.

Тыуған ерҙән алыҫта булһалар ҙа, яҡташтарының йылы иғтибарын тоя ил ҡаһармандары. Беҙ уларға, Ватан алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!” - тип яҙаҙы Илүзә Ҡарағолова.

Фото: Ян Түзбәков.

Ҡаһым түрә вариҫтарынан – заман батырҙарына
Ҡаһым түрә вариҫтарынан – заман батырҙарына
Ҡаһым түрә вариҫтарынан – заман батырҙарына
Ҡаһым түрә вариҫтарынан – заман батырҙарына
Ҡаһым түрә вариҫтарынан – заман батырҙарына
Ҡаһым түрә вариҫтарынан – заман батырҙарына
Ҡаһым түрә вариҫтарынан – заман батырҙарына
Ҡаһым түрә вариҫтарынан – заман батырҙарына
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: