Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Декабрь 2022, 12:00

Баймаҡ районы башлығы үҙе юлға сыҡты

Бөгөн таң менән район етәксеһе Фәнис Әминев үҙе алғы һыҙыҡҡа ҡарай сәфәргә юлланды.

Баймаҡ районы башлығы үҙе юлға сыҡты
Баймаҡ районы башлығы үҙе юлға сыҡты

Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә ярҙамға даими рәүештә ылауҙар оҙатыла. Бөгөн иртә менән Баймаҡ районынан да гуманитар ярҙам юлға сыҡты. Уны шәхсән район башлығы Фәнис Әминев оҙатып бара. Ул яҡташтарыбыҙы күреп, уларҙың хәлдәрен, уй-теләктәрен ишетергә, баймаҡтарҙың ҡайнар сәләмдәрен тапшырырға теләй. Был хаҡта Фәнис Ғәбдрәшит улы "Бәйләнештә"ге  социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.

"Бында яугирҙәр өсөн кәрәкле бөтә нәмә - медикаменттар, йылы әйберҙәр, "буржуйка"лар, бензобысҡылар, һыу һауыттары, газ баллондары, йылы юрғандар, махсус ҡорамалдар һәм, әлбиттә, һәр һалдаттың хәрби рухын күтәргән туғандарының исемле посылкалары.

- Беҙ гуманитар ярҙам йыйыуға ҡушылғандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ. Бөгөн беҙҙең яугирҙәргә ярҙам мөһим. Хәрби хәрәкәттәр шарттарында ул артыҡ булмай", - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы.

Фото: Фәнис Әминев.

Баймаҡ районы башлығы үҙе юлға сыҡты
Баймаҡ районы башлығы үҙе юлға сыҡты
Баймаҡ районы башлығы үҙе юлға сыҡты
Баймаҡ районы башлығы үҙе юлға сыҡты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: