Геройҙар дәүере
21 Декабрь 2022, 05:30

Ышанмағыҙ, Фәнис иҫән!

Уны дошман снайперы атып үлтергән тигән ҡот осҡос хәбәр тараттылар...

Ышанмағыҙ, Фәнис иҫән!Ышанмағыҙ, Фәнис иҫән!
Ышанмағыҙ, Фәнис иҫән!

Бынан бер нисә көн элек социаль селтәрҙә хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ, халыҡ батырына әйләнгән Тәтешле егете Фәнис Хөсәйеновты дошман снайперы атып үлтергән тигән ҡот осҡос хәбәр тараттылар. Бәхеткә күрә, был яңылыҡ ялған булып сыҡты.

Ошондай насар хәбәр йәки хаталы мәғлүмәт таратыусыларға ышанмағыҙ. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция барған урындарҙан, ундағы һалдаттар тураһында төрлө уйҙырмалар таратып ятыусылар бихисап. Дошман йоҡламай, беҙҙе ҡурҡытыр өсөн барлыҡ сараларҙы ла ҡуллана, айырыуса интернет, социаль селтәр аша кеше аңын томаларға тырыша. Шуға ла уяулыҡты юғалтырға ярамай, юҡ-бар яңылыҡҡа ышанмағыҙ.  

Фәнис Хөсәйенов - дошман БТР-ын ҡыуып алып ҡасҡан, яралы иптәшен ҡотҡарған һәм башҡа бихисап батырлыҡтар эшләгән илһөйәр, теремек, Ватаныбыҙҙың именлеге өсөн йән атып торған батыр йөрәкле башҡорт егете.

Беҙ уға һәм Тыуған илебеҙ һағына баҫҡан бөтә ир-егеттәргә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас