Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
22 Декабрь 2022, 22:30

Яугирҙәр рәхмәт әйтә

Уларҙың подразделениеһына яңы "яугир" өҫтәлгән. 

Яугирҙәр рәхмәт әйтә
Яугирҙәр рәхмәт әйтә

Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Сибай яугирҙәре яңы квадрокоптер өсөн рәхмәт белдереп, видеояҙма менән уртаҡлашты.

“Барығыҙға ла сәләм! Ошо көндәрҙә беҙҙең подразделениеға яңы “яугир” – Mavic3 квадрокоптеры өҫтәлде. Уны алыуға аҡса йыйыуҙы ойошторған бөтә егеттәргә, шулай уҡ Сибай ҡалаһы, уның эргәһендәге ҡасабалар, ауылдар халҡына ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Дошманды еңәсәкбеҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” – тигән сәләм ебәргән яугирҙәр.

Сығанаҡ: WhatsApp мессенджеры.

Фото: видеояҙманан скриншот.  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: