Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә ауыр хәбәр менән уртаҡлашты.
"Әлшәйҙәр! Ҡайғылы хәбәр еткерәм: Украинала хәрби бурысын үтәгәндә яҡташыбыҙ, Раевка ауылы егете Рөстәм Шәүәхов һәләк булған. Уға ни бары 21 йәш ине... Бөтәбеҙ өсөн дә ҙур юғалтыу, ауыр ҡайғы. Һәләк булған яугирҙең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам", – тип яҙҙы район етәксеһе.
Беҙ ҙә яугирҙең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Батырҙың мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын!
Фото Д. Мостафиндың шәхси сәхифәһенән.