Ғафури районында хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған контракт хеҙмәтенең кесе сержанты Ринат Ҡаранаевтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде: ул уҡыған 1-се Красноусол мәктәбе бинаһында мемориаль таҡтаташ асылды.
Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, мәрхүмдең туғандары, уҡытыусылар, уҡыусылар, хәрби хәрәкәт ветерандары һ.б. ҡатнашты.
Ринат Ҡаранаев 27 сентябрҙә, Украиналағы махсус хәрби операция барышында хәрби заданиены үтәгәндә һәләк була. Ул ысын мәғәнәһендә илһөйәр егет була. Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ химия-технология колледжына уҡырға инә, унда электростанцияларҙы һәм селтәрҙәрҙе техник хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер һөнәрен ала. 2021 йылдың июнендә әрмегә алына, Брянск өлкәһендә хеҙмәт итә. Артабан контрактҡа ҡул ҡуя. Мотоуҡсылар полкының отделение командиры булып хеҙмәт итә.
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн кесе сержант Ринат Наил улы Ҡаранаевҡа үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены бирелә.
Мәғлүмәт сығанағы, фото: bashinform.ru