Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күңелле ваҡиға менән башланы. Күптән түгел генә илебеҙ Президеты Владимир Путиндың ҡулынан Рәсәй Геройы исемен алған Бөрө яугире, Гвардия десант-һөжүм итеү дивизияһының айырым танк батальоны командиры урынбаҫары Борис Дудко генерал Шайморатов ордены менән наградланды.
Кәңәшмәгә герой атаһы, ҡатыны һәм балалары менән бергә килгән. Радий Фәрит улы уға награда тапшырҙы һәм батырлығы өсөн рәхмәт әйтте.
– Бындай кешеләр – илебеҙ, республикабыҙ даны. Илебеҙҙе яҡлағанығыҙ рәхмәт. Лайыҡлы ул тәрбиәләгән геройҙың ата-әсәһенә, ауыр офицер ҡатыны яҙмышын үтәгән тормош иптәше Гөлнараға рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.
Борис Дудко яуап һүҙендә төбәк Башлығына юғары награда өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Республикаға күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт. Республикабыҙ үҙенең геройҙары һәм лайыҡлы кешеләре менән дан тота. Рәсәйгә хеҙмәт итәм”, – тине Борис Дудко.
Фото: "Башинформ".