

Яугирҙәрҙең ғаиләләрен ауылдаштары ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай
Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлап, хәрби хеҙмәткә юлланған яугирҙәрҙең ғаиләләре һәр ҡайһыбыҙҙың йылы һүҙенә, иғтибарына мохтаж. Бәхеткә күрә, халҡыбыҙ ауыр ваҡыттарҙа бергә ойоша ла, ярҙам итә лә белә. Быны ҙур республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан социаль селтәрҙәргә ҡуйылған хәбәрҙәр, фото-, видеоматериалдар аша ла яҡшы күрәбеҙ. Бына тағы шундай бер йылы тарих.
Туймазы районының Кәкребаш ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл биләмәһе башлығы Рузил Ғафаров менән бергә мобилизацияланған ир-егеттәрҙең яҡындарын етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлаған. Ғаиләләрҙең өсәүһендә – атай кешене, бишәүһендә ата-әсә ғәзиз улдарын көтә. Уларға республикабыҙ Башлығы, район хакимиәте исеменән бүләктәр тапшырылған, ауыл биләмәһе хакимиәте лә буш ҡул итмәгән.
“Тыуған илебеҙ һағына баҫҡан өсөн рәхмәт егеттәргә... Етәкселәргә лә батырҙарҙың ғаиләләренә иғтибар бүлгән өсөн рәхмәт. Беҙгә байрам менән ҡотлау рәхәт тә, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа булды, сөнки атайҙарҙың, әсәйҙәрҙең, ҡатындарҙың, балаларҙың нисек итеп һағынып көткәнен күрҙек... Еңеү менән, имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, һеҙҙе яҡындарығыҙ көтә!” – тип яҙған Кәкребаш ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Зүләлә Төхвәтуллина.
Бер-беребеҙгә шулай аяулы булайыҡ!
(Видео, фотолар: Кәкребаш ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөнән).
Рәүилә Ғатауллина.