Артур Ғәлимйән улы Йомағужин Башҡортостан Башлығының Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Был турала бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан итте.
– Һеҙ уны яҡшы беләһегеҙ. Ул хәрби иптәштәре менән бергә Рәсәй гвардияһының Милли гвардия ғәскәрҙәре составында республиканан өсөнсө ирекле батальонын ойоштороу инициаторы булып сығыш яһаны. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән, тәү сиратта, Салауат Юлаев исемендәге батальон менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсе вазифаһына тәғәйенләнде, – тине республика Башлығы.
Фото: ufa.rbc.ru