Рәсәй Ҡотҡарыусылар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы. 37 кеше орден, миҙал, маҡтаулы исемдәр, маҡтау һәм рәхмәт ҡағыҙҙары алды. Улар араһында ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, шулай уҡ батырлыҡтар эшләгән кешеләр бар ине.
Ошо тантанаға Башҡортостан Республикаһының “Янғынға ҡаршы хеҙмәт” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Абҙаҡ ауылындағы янғын часы бүлексәһе командиры Фаил Ишмырҙин да саҡырылғайны. Уға ҡотҡарыу эшендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты тапшырылды.
– Республика Башлығы Радий Хәбировтан Рәхмәт хаты алыу минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Эшебеҙҙе күреп, юғары баһалағандары өсөн рәхмәт, – тине Фаил Рәил улы.
Фаил сығышы менән Белорет районының Абҙаҡ ауылынан. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Белорет металлургия колледжында, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында уҡыған. 2013 йылда Абҙаҡ ауылында “Дәүләт ҡотҡарыу хеҙмәте” дәүләт бюджет учреждениеһының бүлексәһе асылғас, шунда водитель булып эшкә урынлашҡан.
– Бинаны үҙебеҙ төҙөп, эште башлап ебәрҙек. Өфөлә янғын һүндереүсе һөнәренә уҡып ҡайттым. Ә инде 2014 йылдың 1 ғинуарынан тәүге дежурлыҡҡа сыҡтым. Бер аҙҙан сменаға етәксе итеп ҡуйҙылар. Өс йыл элек бүлексә командиры итеп тәғәйенләнеләр.
Беҙ 2019 йылдан Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына ҡарайбыҙ. Бөгөн бүлексәлә 15 кеше эшләй. Техник яҡтан тәьмин итеү яҡшы: 2015 йылда яңы машина алғайныҡ, быйыл тағы ла ҡеүәтле “Урал” янғын һүндереү автомобиле бирҙеләр. Шарттар тыуҙырылғас, эшләүе лә еңел.
Янғындар йылдың нисек килеүенә лә бәйле. Мәҫәлән, 2021 йылда ҡоролоҡ булды һәм беҙгә ауырға төштө – урман янғындары күп булды. Абҙаҡ ял итеү урыны булғас, туристар күп килә, ҡышын мунсаны ныҡ ҡыҙҙырғансы яғалар. Һөҙөмтәлә ут сыға, шуға беҙгә ҡышын да уяулыҡты юғалтырға ярамай, – ти Фаил Ишмырҙин.
Янғын һүндереүселәр төп эшенән тыш халыҡ араһында уттан һаҡланыу буйынса иҫкәртеү саралары ла ойоштора. Айырыуса өлкәндәргә, имен булмаған ғаиләләргә йыш баралар.
– Янғын ваҡытында төрлө хәлдәр була, кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙырған ҡурҡыныс мәлдәр ҙә осрап тора. Утты һүндереү үҙе бер мәшәҡәт – беҙ уны һүндереү менән генә сикләнмәйбеҙ, шулай уҡ эргәһендәге йорттарҙы һаҡлау сараһын да күрәбеҙ. Ваҡиға урынына килгәс, янған объекттың электр утын өҙөү, газын ябыу, кешеләрҙе ҡотҡарыу кеүек саралар тәүҙә башҡарыла, шунан һуң ғына һүндереү эшенә тотонабыҙ. Янғын һүндереүҙә ауылдағы ир-егеттәр ҙә ярҙам итә, уларға рәхмәт.
Эшкә барған һайын, янғын булмаһа ярар ине, тип теләйбеҙ, – тине ҡотҡарыусы.
Фаил Ишмырҙин тормош иптәше Альбина Хәлит ҡыҙы менән матур ғаилә ҡорған, ике бала тәрбиәләйҙәр.
Беҙ Фаилға һәм барлыҡ ҡотҡарыусыларға имен хеҙмәт, дежурлыҡтары гел генә тыныс шарттарҙа үтһен, тип теләйбеҙ.
Байрамығыҙ менән, ҡотҡарыусылар!
Фото: glavarb.ru