Бөгөн Сибай халҡы 2 декабрҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған өлкән сержант Вадим Миңлеғәли улы Сәлиховты һуңғы юлға оҙатты.
Әсәһенең социаль селтәрҙә яҙыуынса, Вадим Сәлихов 8-се мәктәптә уҡыған, спорт менән шөғөлләнгән, 2019-2020 йылдарҙа әрмелә хеҙмәт иткән. "Улым, беҙ һине яңы йылға көткәйнек", – тип яҙған мәрхүм егеттең әсәһе.
Вадим 1981 йылдың 10 ғинуарында Сибайҙа тыуған. Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәтте БТР-80-де йүнәтеүсе-операторы вазифаһында үтә. 1999 йылдан 2000 йылға тиклем Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 20 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Мотоуҡсылар батальонының мотоуҡсылар ротаһы бүлексәһе командиры була.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ватаныбыҙҙың, халҡыбыҙҙың мәнфәғәттәрен ҡаһармандарса яҡлаған Вадим хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Бәхил бул, ил батыры!
Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайты.