Донбассҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре һәм республиканың мобилизацияланған халҡы менән осрашты. Ул яугирҙәребеҙгә сираттағы иң кәрәкле әйберҙәр менән гуманитар йөк һәм, әлбиттә, иң ҡәҙерле нәмәләрҙе - өйҙән хаттар, туғандарынан, яҡындарынан посылкалар тапшырҙы. Ошо уңайҙан Башҡортостан эксперттары үҙ фекерҙәрен белдерә. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Ветерандарҙың Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатов иҫәпләүенсә, яугирҙәр өсөн тәү сиратта әхлаҡи һәм психологик ярҙам мөһим.
“Республика Башлығы беҙҙең доброволецтар батальондары яугирҙәре, мобилизацияланған егеттәр менән осрашҡанда уларға тап ошондай ярҙамды күрһәтте. Совет армияһында хеҙмәт иткән Радий Фәрит улы һалдатҡа өйҙән хәбәр алыу ни тиклем мөһим икәнлеген яҡшы белә, унан да бигерәк, уны һиңә яҡташың шәхсән рәүештә тапшырған осраҡта. Республика Башлығы улар өсөн ваҡыт тапҡан, яугирҙәребеҙ менән аралашҡан, уларға Башҡортостан халҡынан мөһим рәхмәт һүҙҙәрен еткергән һәм гуманитар йөк тапшырған яҡын кешеһенә әүерелде. Мин Радий Фәрит улының үҙен хәүеф аҫтына ҡуйыуын да беләм, сөнки ул егеттәр менән ВСУ ебәргән Америка “хаймарс”тары һәм башҡа ракеталар килеп төшөүе ихтимал булған урында осрашты”, – тине Альберт Шаһиморатов.
“Радий Фәрит улы – Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ысын лидеры, Афарин! Яңы йыл алдынан яугирҙәребеҙгә барҙы, улар менән һөйләште, уларға нимә кәрәклеген белеште, республиканан ярҙам күрһәтеү сылбырын ойошторҙо. Ысын ир-егет, етәксе һәм төбәк Башлығы”, – тине Халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы Надежда Крылова.
“Махсус хәрби операция зонаһында беҙҙең егеттәргә республиканан килгән төрлө ярҙам мөһим һәм Башҡортостан Башлығының уларға үҙе килеүе бик ҡиммәт. Радий Фәрит улы Яңы йыл алдынан яугирҙәребеҙгә мотлаҡ килеп сығырмын, улар менән әңгәмәләшермен тине һәм быны эшләне. Хәрби хәрәкәттәр зонаһына барыу ниндәй хәүеф менән бәйле булыуын яҡшы аңлайым, һәм беҙҙең етәксе үҙенең эш кешеһе икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫланы”, – тип билдәләне Тимерйән Рәжәпов.
Фото: "Башинформ".