30 декабрҙә Бөрөлә “Умникум” үҙәгендә Рәсәй Геройы Борис Александрович Дудко менән осрашыу үтте. Унда Шайморатов кластары уҡыусылары, уҡытыусылар, студенттар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, йәмәғәт әүҙемселәре ҡатнашты.
Сараға килеүселәр Рәсәй Геройын ҡул сабып ҡаршыланы.
Борис Александрович – тормошо һәм һөнәри эшмәкәрлеге ысын батырлыҡ, бөтә илдең ғорурлығы, илһөйәрлектең, тырышлыҡтың, йомартлыҡтың, зирәклектең ысын өлгөһө булған кеше. Ул Бөрө ҡалаһының 4-се мәктәбен тамамлаған, бала сағынан тәртипле, намыҫлы булыуы, алдына ҡуйылған бурыстарҙы яуаплы үтәүе менән айырылып торған.
Взвод командирынан алып айырым танк батальоны командиры урынбаҫарына тиклем юл үткән. Ике тапҡыр Сүриә Ғәрәп Республикаһы биләмәһендә хәрби заданиелар үтәгән.
2022 йылдың 24 февраленән үҙенең подразделениеһы составында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Тәүге көндәрҙән үк батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәй.
Украина Ҡораллы Көстәре частары менән алышта танк ротаһы нығытылған территорияны баҫып ала, дошмандың 20-гә яҡын танкын, 18 БМП-һын һәм 200-гә яҡын дошман һалдатын юҡ итә. Алыш һөҙөмтәһендә командующийға – Рәсәй Геройы исеме, ә ротаның бөтә шәхси составына Батырлыҡ ордены тапшырыла.
Уҡыусыларҙың “Нисек герой булырға?” тигән һорауына Борис Александрович ҡыҫҡаса яуап бирҙе: “Герой булып тыумайҙар, герой булып китәләр. Яҡшы уҡырға, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы тыңларға, физик һәм рухи яҡтан үҙеңде әҙерләргә, илһөйәр булырға кәрәк...”
Ябай, тыйнаҡ, асыҡ, һөйләүгә ҡарағанда эшләргә күнеккән кеше менән асыҡ аралашыу булды. Ысын Герой тап шулай булалыр ҙа.
Фото: Бөрө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.