Өфөнөң Совет майҙанында буласаҡ һәйкәл тураһында 2019 йылдың йәйендә үк фекер алышыу башланғайны. Белеүегеҙсә, баш ҡаланың уртаһындағы был урын автомобилдәр туҡталҡаһына әйләнеп бөткәйне. Республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров майҙанды тулыһынса үҙгәртеп, уны заманса йәмәғәт ял урыны итергә, ә үҙәккә Рәсәй Геройы, легендар башҡорт комдивы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте.
Ни өсөн тап данлы башҡорт кавалерия дивизияһы командирына һәйкәл ҡуйырға, тигәнгә яуап барыһына ла асыҡлыҡ индерҙе: нәҡ Совет майҙанынан 1942 йылдың мартында дивизияны яуға оҙатыр алдынан мөһим сара үткән – М. Шайморатов республика етәкселегенә фронтҡа китергә әҙерлектәре тураһында белдергән.
Проект өҫтөндәге эш барышы менән Башҡортостан етәксеһе социаль селтәрҙәге яҙмалары аша таныштырып торҙо. Баш ҡаланың иң матур, халыҡты тартып торған урындарының береһенә әйләнә барған Совет майҙаны биләмәһенең реконструкцияһы республика Башлығының даими иғтибарына алынды. Был эш бик сығымлы, уның ҡарауы, кәрәкле, мөһим ғәмәлдәр менән бергә атҡарылды: эргә-тирәләге урамдарҙы, майҙансыҡтарҙы ла тәртипкә килтереүгә булышлыҡ итте.
...Бронзанан ҡойолған һыбайлы һыны бихисап сюжет линиялары менән байытылған, улар һәйкәлдең постаментында урынлаштырылған. Шайморатов генералдың тамырҙары, башҡорт тарихында уға ҡәҙәре булған батырҙар, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлығы хаҡында бәйән итә улар. Архитектур ансамблдең ян-яғынан ҡалҡып сыҡҡан колонналар мөһабәт монумент һынын тамамлап ҡуйыуҙа ҡатнаша. Һәйкәлдең авторы - билдәле архитектор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков әйткәненсә, мәғрур һәйкәл майҙанын асыҡ һауалағы музей тип атарға мөмкин. Ул атаҡлы комдивтың батырлығы тураһында ғына һөйләмәй, ә башҡорт халҡының тарихына ҡағылышлы мәғлүмәттәр ҙә бирә. Дөйөм алғанда, монументаль һәйкәл барлыҡ Ватанды һаҡлаусыларға - "Төньяҡ амурҙары"нан башлап легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырҙарына, интернациональ бурысын үтәгән һалдаттарға һәм бөгөн Тыуған илебеҙ именлеге, бойондороҡһоҙлоғо һағында торған яугирҙәргә бағышланған. Мәғрур скульптура легендар генерал Шайморатовтың батырлығы тураһында ғына түгел, ә башҡорт халҡының дөйөм хәрби тарихы хаҡында ла бәйән итә.
Көн үҙәге еткәс, Өфөнөң Совет майҙанындағы куранттарҙа “Шайморатов генерал” йырының көйө яңғырай. Ул ҡыңғырауҙар ярҙамында башҡарыла. Талғын аҡҡан моң ҡаһарман генерал һәйкәле урынлашҡан майҙанда Ватан өсөн башын һалған батырҙар рухына дан булып ағыла. Мәғрур һәйкәл ҡалҡып сыҡҡан майҙан хәҙер, Салауат һәйкәле менән бер рәттән, Өфөнөң иҫтәлекле урынына, күптәрҙең яратҡан еренә әйләнде. Өфөбөҙгә килгән туристар ҙа бында экскурсияға килмәйенсә китмәй.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.