Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
7 Ғинуар 2023, 21:00

"Алғы һыҙыҡҡа барырға рөхсәт һораны"

Башҡортостандан хәрбиҙәрҙең рухи остазы итеп Хәмзә хәҙрәттең тәғәйенләнеүе осраҡлы түгел. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров нимә тип яҙҙы?

"Алғы һыҙыҡҡа барырға рөхсәт һораны"
"Алғы һыҙыҡҡа барырға рөхсәт һораны"

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенә түбәндәге яҙманы ҡуйҙы.

"Башҡортостандан хәрбиҙәрҙең рухи остазы итеп Хәмзә хәҙрәттең тәғәйенләнеүе осраҡлы түгел. Дин әһеле гуманитар миссия менән Донбасста 2017 йылда уҡ булғайны. Ул милләтселәрҙең халыҡҡа тыныс тормош бирмәгәнен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Шуға күрә махсус хәрби операция башланғас, Хәмзә хәҙрәт Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндән алғы һыҙыҡҡа барырға рөхсәт һораны.

Дин әһеле 1980 - 1982 йылдарҙа эске ғәскәрҙәрҙә, Красноярскиҙа хеҙмәт итә, хәрби объекттарҙы һаҡлай, бөтә ил буйлап хәрби йөктәрҙе, баллистик ракеталарҙы оҙатып йөрөй. Махсус хәрби операция зонаһына Хәмзә хәҙрәт 2022 йылдың сентябрендә отец Виктор менән юллана, уларҙы ныҡлы дуҫлыҡ бәйләй. Бергәләп яҡташтары янына киләләр, вәғәздәр, доғалар уҡыйҙар. Ябай булмаған шарттарҙа хәрби операция зонаһында яугирҙәребеҙгә ярҙам кәрәк. Шуға күрә диндарҙарыбыҙ уларҙың янында. Хәмзә хәҙрәт махсус хәрби операция барған зонанан ҡыҫҡа ваҡытҡа өйөнә ҡайтты. Ғинуар аҙағында егеттәребеҙгә еңеү яулағансы ярҙам итеү өсөн отец Виктор менән кире китергә йыйына.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ! Һәм тиҙ арала еңеү яуларға яҙһын тип теләйем", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.

"Алғы һыҙыҡҡа барырға рөхсәт һораны"
"Алғы һыҙыҡҡа барырға рөхсәт һораны"
"Алғы һыҙыҡҡа барырға рөхсәт һораны"
"Алғы һыҙыҡҡа барырға рөхсәт һораны"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: