Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенә түбәндәге яҙманы ҡуйҙы.
"Православие динен тотоусыларҙа бөгөн - Христос Раштыуаһы. Был көндәрҙә төрлө конфессия вәкилдәре Ватаныбыҙҙы махсус хәрби операция барған зонала һаҡлай. Уларҙың эргәһендә - дини әһелдәребеҙ, улар яугирҙәрҙең рухын нығыта. Шуларҙың береһе, протоиерей Виктор Иванов тураһында үҙ рубрикамда яҙырға булдым.
Өфө халҡына отец Виктор яҡшы таныш. Ул Черниковкалағы Изге Пантелеимонов сиркәүендә хеҙмәт итә. Йәштәрҙе тәрбиәләү менән әүҙем шөғөлләнә - бына инде 20 йылдан ашыу үҙе ойошторған "Александр Невский" хәрби-патриотик православие клубына етәкселек итә.
Виктор Шайморатовсылар һәм Доставаловсылар менән бергә юлланырға теләүен батальондарҙы формалаштырыу этабында уҡ белдерҙе. 2022 йылдың сентябрендә китеп, яңыраҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Яраланған - снаряд ярсығы муйынына һәм ҡул суғына тейгән. Был көндә улар Кахов ГЭС-ы аша сыға ине. Әйтеүенсә, Раббыбыҙ уны бер нисә тапҡыр үлемдән һаҡлап ҡалған.
Махсус хәрби операция зонаһында отец Виктор үҙен рухи остаз булараҡ ҡына күрһәтмәгән. Ул хеҙмәт, ышаныс, илебеҙгә ҡарата оло һөйөү тураһында тарихтар яҙҙырып, социаль селтәрҙә баҫтырып та барған. Туҡтаған ваҡыттарҙа альбомға ҡәләм менән һыҙмалар ҙа төшөргән.
Отец Викторға күп мәсьәләләр - дин тотоу, ярлыҡау, теләгәндәрҙе һыуға сумдырыу, төрлө темаларға һөйләшеү маҡсатында йыш мөрәжәғәт итәләр. Ул беҙҙең ике батальонда эшләне, һуңыраҡ мобилизацияланғандарға күсте. Доға барыһына ла кәрәк: ул шикләнгәндәргә, ҡурҡҡандарға, батырлыҡ ҡылырға әҙер булғандарға - барыһына ла ярҙам итәсәк.
Был хеҙмәт оло хөрмәткә лайыҡ. Отец Викторға һәм яугирҙәребеҙгә ярҙам иткән барлыҡ руханиҙарға рәхмәт белдерәм. Барығыҙҙы ла Христос Раштыуаһы байрамы менән ҡотлайым. Һаулыҡ, именлек, изгелектәр теләйем!" - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.