Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
9 Ғинуар 2023, 22:00

"Яҡындарығыҙға хат яҙығыҙ"

Хәмзә хәҙрәт: "Мин күптәрегеҙҙең ирҙәрен яҡындан беләм, улар менән аралашып торабыҙ. Һуғышта төрлө хәлдәр була..."

"Яҡындарығыҙға хат яҙығыҙ"
"Яҡындарығыҙға хат яҙығыҙ"

Билдәле булыуынса, махсус хәрби операцияға Башҡортостандан ир-егеттәр юлланғас, 2022 йылдың сентябрендә Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор улар менән бергә китте. Дин әһелдәре яугирҙәргә рухи терәк булып тора, вәғәздәр, доғалар уҡый.

Яңы йыл алдынан диндарҙар тыуған яғына бер аҙ ялға ҡайтты. Бөгөн Хәмзә хәҙрәт Сибай ҡалаһында мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ҡатындары, яҡындары менән осрашты.

"Ир-егеттәргә посылкаға ҡушып мотлаҡ хат яҙып һалығыҙ. Сәләм һүҙҙәре күңел йылыһын илтә, йәшәүгә, еңеүгә көс бирә. Мин күптәрегеҙҙең ирҙәрен яҡындан беләм, улар менән аралашып торабыҙ. Һуғышта төрлө хәлдәр була, иң мөһиме - яҡындарығыҙға йылы һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ, балаларығыҙҙы яҡшы тәрбиәләгеҙ, проблемаларығыҙ булһа, урындағы хакимиәт башлыҡтарына әйтегеҙ. Беҙ һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ", - тине Хәмзә хәҙрәт.

Ирҙәре махсус хәрби операцияла булған ҡатындар исеменән Айгөл исемле ханым хәҙрәткә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. "Ирҙәребеҙ менән аралашып, бергә төшкән фотоларығыҙҙы һалып, хәлдәрен белдереп торғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Һәр саҡ шулай рухи яҡтан терәк булып ҡалығыҙ. Барығыҙҙың да имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ", - тине ул.

Фото: Гөлдәр Ҡадаева.

"Яҡындарығыҙға хат яҙығыҙ"
"Яҡындарығыҙға хат яҙығыҙ"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: