Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
9 Ғинуар 2023, 23:00

Яугирҙәребеҙ өсөн - окоп шәмдәре

“Был эш еңелдән булманы, шулай ҙа атҡарып сыҡтыҡ!" Стәрлебаштарҙың ял көндәре яугирҙәребеҙҙе хәстәрләп үткән. 

Яугирҙәребеҙ өсөн - окоп шәмдәре
Яугирҙәребеҙ өсөн - окоп шәмдәре

Стәрлебаш ауылы әүҙемселәре үткән ялдарҙа ил һағында торған ир-егеттәребеҙгә ярҙам маҡсатында окоп шәмдәре әҙерләгән. Ул йылынырға ғына түгел, ә аш-һыу әҙерләргә, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итәсәк. Аҙ ғына урын биләй, өс-һигеҙ сәғәт яна.

Яңы йыл байрамынан алда буш консерва банкыларын ташламай, йыйырға саҡырып пост яҙған Эльвира Хәмиҙуллинаға бик күп кеше яуап биргән. "Ҙур пакеттар менән дә, ҡумта-ҡумта итеп тә ебәрҙеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, банкыларҙы һаман да килтерәләр, улар менән артабан нимә эшләргә кәрәклеген уйлаясаҡбыҙ, сөнки ташларға ҡул бармай”, – ти ул.

Күптәр байрам иткәндә, 7, 8 ғинуарҙа, әүҙемселәр окоп шәмдәре әҙерләү өсөн "Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ" оҫтаханаһына йыйылып эшләгән. Тейешле һауыттар әҙер булғас, уларҙы парафин менән тултырғандар.

Һөҙөмтәлә ике көн эсендә 150 шәм әҙерләгәндәр. “Был эште башҡарыу еңелдән булманы, әммә уны атҡарып сыҡтыҡ. Башҡаса булдыра алманыҡ. Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?” - ти улар. Яҡташтарыбыҙҙың тормошон еңеләйтәсәк шәмдәрҙе ғинуар аҙағында гуманитар йөк менән ебәрергә ниәтләй стәрлебаштар.

Фото һәм видео: Эльвира Хәмиҙуллина.

Яугирҙәребеҙ өсөн - окоп шәмдәре
Яугирҙәребеҙ өсөн - окоп шәмдәре
Яугирҙәребеҙ өсөн - окоп шәмдәре
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: