Бөгөн Сибай халҡы батыр улын һуңғы юлға оҙатты. Махсус хәрби операцияла үҙ бурысын үтәгәндә кесе сержант Ғайса Баянов батырҙарса һәләк булды.
Ғайса Рәйес улы 1972 йылдың 18 мартында Сибайҙа тыуған. 2022 йылдың сентябрендә Донбасстағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәт үтеүгә ҡыҫҡа ваҡытлы контракт төҙөй. Өлкән уҡсы вазифаһында хеҙмәт итә.
2022 йылдың 25 декабрендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була, хәрби антҡа тоғро ҡала. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән Ғайса Рәйес улы йәш быуын өсөн өлгө булып тора.
Тыныс йоҡла, халҡыбыҙҙың батыр улы! Ғайса Баяновтың исеме мәңге хәтерҙә һаҡланасаҡ.
Фото: "Сибайский рабочий".