Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов яҙыуынса, республика парламентының “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ойоштороп ебәргән сираттағы ярҙам өсөн яугирҙәребеҙ рәхмәт белдергән.
"Декабрҙә "Берҙәм Рәсәй" фракцияһындағы коллегаларым менән республикабыҙҙан тағы бер төркөм яугирҙәргә ярҙам күрһәттек. Егеттәр ул саҡта хәрби әҙерлек үтә ине.
Беҙ уларға йылы кейем, йоҡо тоҡтары, рюкзактар, тепловизорҙар, компастар, биноклдәр, рациялар һәм башҡа кәрәк-яраҡ ебәрҙек. Уларҙы һатып алыуға аҡсаны депутат Александр Андреев һәм ул етәкселек иткән Өфө халыҡ-ара аэропорты хеҙмәткәрҙәре йыйған. Барыһына ла рәхмәт!
Әле беҙҙең яҡташтар фронттың алғы һыҙығында. Улар ярҙам өсөн видеояҙма аша рәхмәт белдергән. "Тылда беҙҙең хаҡта хәстәрлек күреүҙәрен, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыбыҙҙы көтөүҙәрен тойоу, белеү күңелгә рәхәтлек, көс бирә", - тигән улар.
Егеттәр! Беҙ, бөтә республика, ил халҡы, һеҙгә хеҙмәтегеҙ, батырлығығыҙ өсөн рәхмәт әйтергә тейешбеҙ! Иң мөһиме – ҡайтығыҙ, еңеү менән ҡайтығыҙ!" – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Тормош ауырлыҡтарын, һынауҙарын бергә булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин. Ватан һағында торған һәр һалдат, һәр яугир тыуған еренә иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.
(Видеояҙма менән гәзиттең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә танышырға мөмкин).
Видеояҙма Рөстәм Ишмөхәмәтовтың Телеграмдағы сәхифәһенән алынды, фото: скриншот.